Финанс белемлелек көн дә кәрәк13.02.2019
Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында дөйөм һәм һөнәри белем тармағында финанс белемде арттырыу буйынса Өфө төбәк методик үҙәге асылғайны. Әлегә 400 тирәһе уҡытыусы был тәңгәлдә белемен камиллаштырған.

– Курстарҙың уҡытыусы булғаным өсөн генә түгел, ә ғөмүмән, ябай кеше булараҡ та файҙалы яҡтарын таптым, – тип һөйләй рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Хөсәйенова. – Бөгөн һәр беребеҙ көн дә тиерлек финанс мәсьәләләре менән күҙгә-күҙ осраша, сөнки күптәрҙең ипотекаһы, кредиты бар. Финанс йәһәттән белемле булыуға бер нимә лә етмәй.


Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының дөйөм һәм һөнәри белем тармағында финанс белемде арттырыу буйынса Өфө төбәк методик үҙәге етәксеһе Елена Ситдиҡова белдереүенсә, республикабыҙҙа һигеҙ йыл дауамында өлкән класс балалары араһында финанс белемлелек буйынса уҙғарылған олимпиадала бихисап үҫмер еңеүсе булған, былтыр 23 ҡыҙ һәм егеттең Мәскәүҙә уҙған Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашыуы күпте һөйләй.





Вернуться назад