Быйыл 1 июлдән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә тарифтарҙың йәнә артыуы көтөлә.
Башҡортостандың тарифтар буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, тиҙҙән һыу тәьминәте буйынса 1 кубометрға уртаса тариф – 25,96 һум, һыу бүлеүгә – 26,28 һум, ҡатнаш системалағы йылылыҡ энергияһына иһә, инвестиция өҫтәмәһен иҫәпкә алғанда, 1 Гкал өсөн 1992,89 һум (өҫтәмә хаҡҡа һалымды ла индереп) тәшкил итәсәк. Электр энергияһына бер ставкалы тариф 3,6 процентҡа артасаҡ. Ауыл ерендә йәшәгәндәр һәм ҡалаларҙа электр плитәләре ҡулланғандар өсөн 0,7 коэффициенты билдәләнә. 2019 йылдың тәүге яртыһында халыҡ өсөн тәбиғи газдың 1 кубометры хаҡы өсөн 6,62 – 7,10 һум, икенсе яртыйыллыҡта хаҡтың 1,4 проценттан ашыуға үҫеүе күҙаллана.