Идаралыҡ етәксеһе – Башҡортостандың Баш суд приставы Илнур Мәхмүтов 15 февралдә Красноусольский ауылында халыҡты ҡабул итәсәк.
Иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем Ғафури районы кешеләре уға суд приставтары эшмәкәрлегенә ҡараған барлыҡ һорауҙарын бирә аласаҡ.
Ҡабул итеү Ғафури районы буйынса суд приставтары ултырған бинала: Красноусольский ауылы, Коммунистик урамы, 18-се йортта үтәсәк.