Коллекторға ла йүгән бар13.02.2019
Аҙна дауамында “Финколлект” ойошмаһы коллекторҙары бурыстарын ҡайтарыуҙы “һорап”, 34 йәшлек ирҙең хәлен ала. Ә 230-сы федераль законға ярашлы, коллектор компанияларына бурыс ҡайтарыуҙы талап итеп тәүлегенә бер тапҡыр, аҙнаһына ике мәртәбә һәм айына һигеҙ тапҡырҙан күберәк шылтыратырға ярамай.

Ир суд приставтарына мөрәжәғәт итә һәм улар ялыуҙы өйрәнгәндән һуң ирҙең хоҡуҡтары боҙолоуын асыҡлай. Суд шулай уҡ коллектор ойошмаһының ғәйепле булыуын иҫбатлай һәм 50 мең һум штраф билдәләй.

Башҡортостан буйынса суд приставтары граждандарҙы иҫкәртә: әгәр коллекторҙар һеҙҙең хоҡуҡтарҙы боҙа икән, суд приставтарына мөрәжәғәт итегеҙ. Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 95-се йорт. 8 (347) 272-67-81 йәки ҡыҙыу линия номеры: 8 (347) 273-71-49 телефондары буйынса шылтыратырға мөмкин.




Вернуться назад