Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы быйыл 27 мобиль медицина комплексын һатып алырға ниәтләй. Былтыр төпкөл ауылдарҙағы халыҡты хеҙмәтләндереү өсөн 13 комплекс алынғайны. Бер күсмә пункттың хаҡы – 8,5 миллион һум самаһы.
Әле республикала 2064 ФАП бар, шуларҙың 12-һе белгестәр булмау сәбәпле эшләмәй. Тағыла 152 фельдшер-акушерлыҡ пунктында шәфҡәт туташтары ғына хеҙмәт күрһәтә. 72 пункт – авария хәлендә.