Йыл башынан алып өсөнсө район хакимиәте башлығы Башҡортостан Прокуратураһының иғтибарын йәлеп итә. Апрелдә ул Дүртөйлө, май башында Дәүләкән районы башлығы менән контрактты өҙөргә тәҡдим иткәйне. 16 майҙа Туймазы район Советына ла ошондай уҡ тәҡдим ебәрелде.
Район хакимиәте башлығы Рәшит Хәйруллин закон боҙоуға юл ҡуйған, тигән фекерҙә Прокуратура. Ул ике предприятиены — һыу каналын һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығын — күрәләтә бөлгөнлөккә төшөрөүҙә ғәйепләнә. Был ойошмаларҙың 125 миллион һәм 591 миллион һумлыҡ мөлкәте юҡҡа сыҡҡан.
Шулай уҡ “Сайран” ауыл хужалығы предприятиеһының 15 миллион һумлыҡ мөлкәтен былтыр шәхси эшҡыуарға тапшырыу, һөҙөмтәлә уның бөлгөнлөккә төшөүе, эшселәргә хеҙмәт хаҡы түләнмәүе хаҡында хәбәр ителә. Прокуратура район етәксеһен коррупцияға ҡаршы эш итеү тураһындағы ҡануниәтте үтәмәүҙә ғәйепләй. Мәҫәлән, ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәр килем тураһында ялған мәғлүмәт биргән, иренең йәки ҡатынының мөлкәтен килем иҫәбенә индермәгән, хакимиәттәге бүлек етәкселәренең береһе фирма ойошторған һәм уның бухгалтеры булып эшләгән. Хакимиәттең бер нисә актында ла коррупция күренештәре сағыла. Дәүләт заказдарын урынлаштырғанда конкуренцияны сикләү осраҡтары бар.
Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә был хәлгә түбәндәгесә аңлатма бирҙеләр.
— Туймазы районы башлығын муниципаль мөлкәтте ҡуртымға тапшырыуҙа, хужалыҡ субъекттары эшмәкәрлегенә ҡыҫылыүҙа, декларацияны дөрөҫ тултырмауҙа ғәйепләйҙәр. Ваҡиға менән ҡыҙыҡһыныусылар бик күп. Беҙҙеңсә, был — билдәле бер “кампанейщина” сағылышы. Прокуратуранан хат, граждандарҙан мөрәжәғәттәр килде, депутаттарҙан һорауҙар булды. Хатта НТВ телекомпанияһы Туймазы районына бер төркөм тележурналисын ебәрҙе. Әйтерһең дә, һәр бер муниципаль етәксенең эшен тикшереүҙән башҡа илдә мөһимерәк мәсьәләләр юҡ. Туймазы районы хакимиәте башлығының был эштәре ентекле тикшереләсәк, әлбиттә. Ғәйеп асыҡланһа, тейешле сара күреләсәк. Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Президенты булып эшләгән осорҙа ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтарының өстән бер өлөшөнән күберәге (63 райондың 22-һендә) төрлө етешһеҙлектәр өсөн вазифаһынан бушатылды. Тимәк, Президент та, уның Хакимиәте лә берәүгә лә өҫтөнлөк бирмәй, барыһына ла тигеҙ ҡарашта. Ләкин Туймазы районындағы ваҡиғала ғәйепһеҙ кешегә яла яғырға маташыу асыҡланһа, беҙ ошо эште ойоштороусыларҙың язаға тарттырылыуын талап итәсәкбеҙ, — тине Башҡортостан Президентының матбуғат секретары Артем Вәлиев.
Л. ДӘҮЛИЕВА.