Хәүефте алдан иҫкәртеү яҡшы13.02.2019
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Федерация Советына йорт һәм фатир эсендәге газ ҡорамалдарын файҙаланғанда хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өлкәһендәге федераль ҡануниәтте камиллаштырыуға ҡағылышлы тәҡдимдәр ебәрҙе.

– Башҡортостан парламенты Федерация Советының үтенесе буйынса ошо эшкә ҡушылды, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Атап әйткәндә, яңы йорттарҙа метан һәм углерод оксиды буйынса газ сығыу тураһында иҫкәртеү ҡулайламаларын мотлаҡ ҡуйырға, шулай уҡ газ үткәргес торбаларҙы файҙаланыу срогын аныҡ билдәләргә тәҡдим ителә.


Парламент спикеры әйтеүенсә, төтөн һәм елләтеү юлдарын тикшереү, таҙартыу һәм төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән ойошмаларҙы лицензияларға, Рәсәйҙең Торлаҡ кодексын һәм ил Хөкүмәтенең Дәүләт торлаҡ күҙәтеүе тураһындағы ҡарарын тулыландырырға кәрәк.




Вернуться назад