Юл-транспорт фажиғәләрендә йәрәхәтләнгәндәрҙе дауаханаларға вертолет менән алып барасаҡтар. Бының өсөн Башҡортостандың һигеҙ зонаһында вертолет майҙансыҡтары әҙерләнәсәк. БР Һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Рафаэль Яппаров белдереүенсә, был эште 2020 йылда тамамларға йыйыналар.
Ауыр йәрәхәтләнгән кешеләрҙе травма үҙәктәренә тиҙ арала алып барып еткереү – юлдарҙа үлем осраҡтарын кәметәсәк. Былтыр аварияларҙа 511 кеше һәләк булған, уларҙың 370-е “ашығыс ярҙам” килеп еткәнсе йән биргән, 117 кеше дауаханала үлгән. Йәрәхәтләнгән 4911 кешенең 3037-һе дауаханаларға алып кителгән.
Медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн республикала беренсе кимәлдәге алты травма үҙәге, икенсе кимәлдәге — 18 һәм өсөнсө кимәлдәге 44 үҙәк бар. Республика юлдарында тиҙ йөрөшлө 300 ашығыс ярҙам бригадаһы эшләй, улар авария урынына 20 минут эсендә барып етергә һәләтле.