Сибайҙарға бушлай торлаҡ бирәләр13.02.2019
Сибай карьерынан йыраҡ түгел йәшәгәндәргә ҡаланың башҡа тарафтарынан да ваҡытлыса йәшәү урыны бирәләр.

Шундай урындарҙың береһе - Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалы ҡунаҡханаһы. Унда бер юлы 15 ғаилә йәшәй ала. Бүлмәләрҙә йылы, яҡты, барлыҡ шарттар ҙа бар.

- Теләгәндәр 111 телефон һандарына шылтыратып, килергә теләүҙәрен әйтә һәм бында сикләүһеҙ йәшәй ала, - ти ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Ишемғолова. - Әлегә Бондаренколар ғаиләһе генә күсергә теләк белдерҙе.






Вернуться назад