Бөрйән районы үҙәге Иҫке Собханғолда арҙаҡлы шәхестәр, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған табиптары – Нәзиб Сәхибзада улы Исхаҡов менән Рәхимйән Хаммат улы Вәлиуллиндың яҡты иҫтәлектәренә таҡтаташ асылды. Мемориаль таҡтаташтар Үҙәк дауахана фасадында урынлашҡан.
Нәзиб Исхаков 1959-1990 йылдарҙа район үҙәк дауаханаһына етәкселек итә. Ул эшләгән дәүерҙә 100 урынға иҫәпләнгән район стационар дауаханаһы, поликлиника, Байназар участка дауаханаһы, 20 ФАП төҙөлә.
Рәхимйән Вәлиуллин хирургия бүлеге мөдире булып хеҙмәт итә. 42 йыл эсендә 30 меңдән ашыу операция эшләй, уларҙың ҡайһы берҙәре республика медиктары тарафынан бөгөн дә уникаль тип баһалана.
- Ауыр замандарҙа, ҡатмарлы шарттарҙа кеше ғүмерҙәрен һаҡлауға тос өлөш индергән шәхестәребеҙ айырыуса ихтирамға лайыҡ. Беҙ уларҙы хөрмәт итергә, онотмаҫҡа һәм улар тураһында иҫтәлекте киләсәк быуынға еткерергә бурыслыбыҙ,- тине район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов тантанала.