Бур тотолдо13.02.2019
Ошо көндәрҙә БР Эске эштәр министрлығының Учалы районы буйынса бүлегенең юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары В. Раҡаев менән И. Мөхәмәтшин хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә Силәбе өлкәһендә йәшәгән 1995 йылғы ир идара иткән “Нуundai Accent” автомобилен туҡтата. Тикшереү барышында багажникта 11 автомобиль аккумуляторы табыла. Асыҡланыуынса, улар төн эсендә Учалы граждандарының автомобилдәренән урланған була.

Иртә менән аккумуляторҙарының юҡлығын аңлаған граждандарҙан дежур часҡа мөрәжәғәт итеүселәр күбәйә. Бәхеткә күрә, улар бур тотолоуы тураһында яҡшы хәбәр ишетә.

Хеҙмәт бурыстарын намыҫ менән үтәгән инспекторҙар етәкселек тарафынан дәртләндерелде.




Вернуться назад