Ҡаһарманлыҡ юлы13.02.2019
Советтар Союзы Геройы генерал-майор Таһир Тайып улы Күсимов февраль айының сатлама һыуығында донъяға ауаз һалған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, йыл һайын тап ошо иҫтәлекле көндә уның тыуған төбәгендә һыуыҡтар ҙа бер аҙға сигенеп тора кеүек – был иһә ауылдаштарының үҙ батырына ҡарата күңел йылыһынан хасил.

Ауылыбыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙә, яҡын сит илдәрҙә лә киң билдәле ҡаһарман батырыбыҙ тураһындағы мәғлүмәттәргә риза булып, яҙылыры яҙылған, һөйләнере һөйләнелгән, тигән ҡараш менән йәшәлгән икән, тигән фекергә килдем быйыл.

Шулай булыуы ла тәбиғи, сөнки яугир ауылдашыбыҙҙың тормош юлы, ҡаһарманлығы тураһында дәлилдәрҙе бөртөк­ләп йыя башлап, тәүҙә ауыл мәктә­бендә Дан мөйөшө була­раҡ ойоштороп, артабан инде музей кимәленә тиклем үҫтер­гән, мәлендә был эш өсөн ва­ҡы­тын йәлләмәй бар ихлас­лы­ғын һалып эшләгән йәнә бер хөрмәтле ауыл­дашыбыҙ, һу­ғыш ветераны, мәғариф ал­дын­ғыһы Ғүмәр Ғилман улы Ғилманов үҙе шөғөлләнде.

Ғөмүмән әйткәндә, донъялағы барлыҡ күркәм эштәрҙең баш­ланғысында энтузиас­тарҙың бер ниндәй байлыҡҡа алыш­тырғыһыҙ, баһалап бөткөһөҙ оло хеҙмәте ята. Был йәһәттән йәнтөйә­гебеҙ бәхетле. Бөгөн ауылыбыҙҙың ике шәхесе лә беҙҙең арала юҡ, әммә икеһе лә халыҡ хәтерендә, улар фани донъяларҙа йәшәү рәүеше менән үҙҙәрен мәңгелек итерлек бейеклеккә күтәрә алған. Ә шулай ҙа, рәсми мәғлү­мәттәрҙән тыш, ауылдаш Геройыбыҙҙы хәҙер инде күреп белеүселәр бик һирәк ҡалған мәлдә, халыҡ хәтерендә йәшәйме икән тигән һорауға яуап эҙләп, икеләнеп кенә мөрәжәғәт иттем яҡташта­рыма. Баҡтиһәң, та­рихҡа, шәхестәргә битараф булмаған кешеләр тарафынан, ауыҙ-тел ижады кеүек, телдән-телгә күсеп йәшәп килә икән батыр ауылдашыбыҙҙың исеме.

– Тыуған яҡтарына ҡайтҡас (Төркөстан хәрби округынан), уны урындағы етәкселәр үҙһенмәй, сөнки ул штаб (“туй”) генералы түгел, һуғышта ҡан ҡойған, яу юлын үткән хәрби генерал, ә ундайҙар ил күләмендә юғары баһаланған, бик ныҡ хөрмәт иткәндәр. Холоҡ-фиғеле менән дә етәк­селеккә бигүк ҡулай булмаған, күрәһең, сөнки тура һүҙле, дөрөҫлөктө яратҡан, башҡорт­лоғонан баш тартмаған, ки­реһенсә, милләттәштәрен ныҡ ҡурсалаған. Ғәҙәттә, ул оло байрамдарҙы Ғата Сөләй­мәнов, Заһир Исмәғилевтәр менән бергә үткәрер булған, был осраҡта Бөйөк Еңеү байрамына бөтә башҡорттарҙы саҡырған өсөн дә уны милләтселектә ғәйепләгәндәр, яйы тура килгәндә ҡыҫҡандар.

Йәнә бер фото тарихын Күсемдәге музейға нигеҙ һалған һуғыш һәм хеҙмәт ветераны мәрхүм Ғүмәр Ғилман улы Ғилманов һөйләп ҡал­дырҙы.
– Еңеүҙең сираттағы юбилейын ил күләмендә киң билдәләйҙәр, Башҡортостанда ла тантаналы йыйылыш була, ветерандар, шул иҫәптән дивизия яугирҙәре йыйыла, юбилей миҙалдары тапшырыла, ҙур әһәмиәткә эйә булмаған юбилей миҙалы булһа ла, ҡағиҙә булараҡ, ул тәүҙә ранг буйынса генералға бирелергә тейеш. Таһир Күсимов – военком булған кеше, әммә ул мәл­дәге етәксе миҙалдарҙы бөтәһенә лә берәм-берәм тапшыра ла, иң аҙаҡҡа ҡалдырып, Күси­мовты саҡыра (бүтән сараһы юҡ), шул мәлдә тотош зал дәррәү ҡул саба. Тантананың аҙағында иҫтәлеккә фотоға төшәләр, уртала – Күсимов, эргәһендә әлеге етәксе, ауылдашыбыҙға арҡаһын ҡуйып, боролоп ултыра, – тип хәтерләй Исмәғил Билалов.
Ауылдаштар күңелендә яҡты хәтирәләр генә ҡалдырған мәшһүр яҡташыбыҙ. Әле лә ауылда уны иҫләгән, белгәндәр бар. Улар араһында Венера Усманованың һөйләгәндәре лә ҡыҙыҡһыныу уятты.

– Таһир апа ауылға ҡайтҡан һайын инәй менән беҙгә килә торғайны, – тип хәтерләй Венера Усманова. – Бер ҡайт­ҡанында әсәйемдәрҙән Наил ҡустымды үҙенә ул итеп тәрбиәгә биреүҙәрен һораны, тәүҙәрәк Рафаил ағайымды ла алырға теләгән, Салауат яңғыҙ үҫмә­һен, тип. Сәүҙә инәй ҙә уның ниәтен хуплап: “Таһирға оҡшап та тора”, – ти. Бәлки, ул осорҙа ауыр шарттарҙа йәшәгән кеүек тойолғандыр, ғаиләлә бала күп, әммә әсәйем ике осраҡта ла балаларын бирмәне. Улар килгән көндә, Таһир апаның холҡон белгәнгә күрә, Наил ҡустымды миңә эйәртеп, яҡындағы урман яғына ҡасырға ҡушып сығарып ебәрҙе. Таһир апа бик иғтибарлы, хәстәр­лекле булды, үҫә төшкәс, мин Өфөгә уҡырға инергә имтихан тапшырып ҡайтҡас, атайымдарға хат яҙҙы: “Ҡыҙығыҙ, маладис, имтихандарын уңышлы тапшырған. Тәрбиәгеҙ”, – тип хәтерләй ул.

– Ауылда иң яҡын ту­ған­дары булараҡ, ул ҡайт­ҡанда, беҙгә инеп, даими хәл белешеп сыҡҡан. Мин бәләкәй инем, шуға күрә бер килгәнен генә хәтерләйем. Беҙ Гөлсинә апайым менән шифоньер артынан ғына йәшенеп ҡарап торҙоҡ. Вил ағайым бейегәйне, уға фуражкаһын бүләк итеп ҡалдырҙы, ағайым уны ҡомартҡы итеп әле лә һаҡлай, – ти Ғәлиә Йәнйегетова.

– 1980 йылдарҙа Сибайға квалификацияны камиллаштырыу курсына барғанда, Бәҙретдин Мәмбәт­ҡо­ловтың трибунанан һөйләгәне әле хәтерҙә. Ул үҙе һөйләй алмай тулҡынлана, күҙенән йәш субырлап аға, зал илап ултырҙы. “Днепрҙың бейек ярында ҡаты һуғыш бара, теге ярында – фашистар, был ярында – беҙҙекеләр. Совет һалдаттары еңелеп кенә бара. Шул мәл Та­һир Күсимов: “За Родину!” – тип тороп баҫты. Хәҙер беҙ уны һаҡларға тейеш, ул коман­дирыбыҙ. “Таһир Тайыпович, ни эшләйһегеҙ, хәҙер бит һеҙҙе атып ҡына үлтерәләр”, тип әйтеүебеҙҙе тыңламай, “Юҡ, үләм тип үҙемдең батырҙарым алдында боҫоп ятырға тейешменме?!” – тип күтәреп алып сыҡты. Шунан барыһы ла “Ура-а-а!” тип күтәрелде. Шулай итеп, ул беҙҙе еңеүҙәргә алып барҙы”, – тип шул бабайҙың илап һөйләп торғаны әле лә күҙ алдымда. Ҡәйнәм: “Һуғыш­тан һуң беҙҙең ауылға ҡайта торғайны. Тормош ауыр булған заманда ауылдаштарға ла, күсемдәргә лә Носов (Магни­тогорскиҙағы комбинат директоры) менән һөйләшеп, он һәм башҡа аҙыҡ-түлек менән ярҙам итә торғайны”, – тип йыш иҫкә алды.

“Таһир Күсимов Айыуһаҙы ауылында Әхмәткирәй тигән бабайҙа бәләкәй генә сағынан ат көткән. Бер атты берәү ҙә өйрәтә алмай, ти. Шул атты бәләкәй Таһир намыҫланып, мин барыбер өйрәтәм тип, атҡа һикереп менгән, бөтә кеше “аһ” иткән. Һикереп менеп сапҡанда, теге ат алып ырғытҡан, әммә ул йүгәнен ысҡындырмай, һөйрәлеп барған. Өйрәтеп торған бабайҙар: “Эх, әрәм генә булды был малай”, – тип ҡайғырышып торғанда, нисектер атланып, теге атты күндереп, ауылға кире әйләнеп ҡайтҡан. Элек бабайҙар ошо хәлде гел иҫкә алып, иҫтәре китеп һөйләй торғайны”, – ти Айыуһаҙы ауылында йәшәгән мәғариф ветераны Хәмиҙә Хөснөт­динова.

Беҙ, Таһир Күсимовтың ауыл­даштары, батырға хөрмәте­беҙҙе белдереп, тыуған көнөнә арнап, төрлө саралар уҙғарабыҙ. Саңғы ярышы үткәреп, еңеүҙәрҙе уға арнайбыҙ.

Йылдар алыҫлаша барған һайын, яҡташыбыҙҙың абруйы арта, уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу халыҡ күңе­лендә йәшәй. Был хөрмәт бөтәһенә лә тәтемәй, һирәктәр яҙмышына насип өлөш.


Вернуться назад