Еңеү сәме...13.02.2019

Ул штаб генералы түгел, һуғышта ҡан ҡойған, яу юлын үткән яугир.

Йөҙҙәре май ҡояшына, әсе елдәргә ҡара янып иген сәскән хеҙмәт батырҙары байрамы – һабантуй була бөгөн! Таһир Күсимов һабантуйға килә. Ур-ра! Ошоғаса уҡып-ишетеп кенә белгән ҡаһарман – Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовты әлегәсә күргәнем юҡ ине әле. Халҡы теленән төшмәгән батыр ниндәй икән ул?

Бейек ҡолға ялан батырын көткәндә...

1982 йылдың йәй иртәһендә “Октябр­ҙең 40 йыллығы” колхо­зы­ның барса халҡы хозур тәбиғәт­ле Теләш ауылына терәлеп, тауҙар ҡуйынына һыйынып ятҡан Олатай яланына йыйылды. Ошондай ҙа гүзәл тәбиғәтле урынға әбйәлилдәрҙең ғорурлығы – күрше Күсем ауылы Советтар Союзы Геройы Т.Т. Кү­симовты һабан байрамына саҡырыу­ҙарына аптырайһы түгел дә. Данлыҡлы яҡташыбыҙ өсөн боронғоса тирмә лә ҡоролған. Батырыбыҙҙы ололап, йылҡы ла һуйылған, буҙаһы ла ҡойолған, самауыры ла әллә ҡасан уҡ үҙенә саҡырып, шыж-быж килеп боҫрап ҡайнай.

— Киләләр! Киләләр! Таһир Күсимов килә! Бала-саға, барса халыҡ, бал ҡортолай гөжләп, машина килгән яҡҡа ынтылды. Яҡташтары иғтибарын Геройға йүнәлтте. Колхоз рәйесе маши­наһының ишеген асыуын һәр кем түҙемһеҙлек менән тулҡынланып көттө. Ниһайәт, баш ҡала ҡунағы күренде. Яйлап, үҙенә магнит кеүек тартып торған тыуған төйәге тупрағына аяҡ баҫ­ты ул. Йәйләүҙә йәйрәп йәшәгән ата-бабалары төйәге — бәрә­кәт­ле, йомарт Олатай яланы. Фашис­тарҙың көлөн күккә осороп ҡалтыратҡан “ҡыра­ғай” баш­ҡортто күреп, һәр береһе урынынан ҡалҡынды, бала-саға герой ҡосағына ҡаршы сапты. Мыҡты кәүҙәле, киң яурынлы, бөркөт ҡарашлы, күкрәге тулы орден-миҙал, “Алтын Йондоҙ” миҙалы ҡояш нурҙарына йыл­тыраған батырҙы һәр кем күҙенән үткәрҙе. Бәһлеүәндең һоро күҙҙәре һағышлы, уйсан. Шул уҡ ваҡытта еңел, етеҙ атлауынан, төйәгенең тау һауаһын күкрәгенә тултырып иркен һулағанын, йыл буйы бер күрерҙәй булып һағын­ғанын әллә ҡайҙан төҫмөрләргә мөмкин. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, йән-фарман сапҡан биш-алты йәшлек малайҙың башынан һыйпап, яҡташ Геройыбыҙ сәхнә янында күрһәтелгән урынға ултырып, таяғын ситкә һөйәне.

Йөҙөндә – рәхмәт хисе

Әлбиттә, Советтар Союзы Ге­ройының һабан байрамына килмәй ҡалғаны юҡ, тиҙәр. Бил­дәле, ҡаһарман шәхес яңғыҙы ғына йөрөмәҫ. Башҡорт иленең иңдәрҙән-иң данлыҡлы Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле, һис шикһеҙ, уға юлдаш. Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүселәренең ялан сәхнәһен­дәге сығышын хеҙмәт­сәндәр ҡунаҡ ҡаһар­ман менән бергә ҡарап кинәнде. “Ҡороҡ­солар”, “Йәйләүҙә”, “Башҡорт һыбайлылары”, “Гөлнәзирә” кеүек башҡорт сәнғәтенең алтын фондын тәшкил иткән, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәйзи Ғәскәров бөртөкләп йыйған өлгөләрҙе бейеүселәр, ауыл хеҙмәтсәндә­рен хөрмәтләп, иген батырҙарына дан йырлап, дәртләнеп бейене. Алты ауылды берләштергән “Октябрҙең 40 йыллығы” колхозы халҡы һәр бейеүҙе оҙаҡ алҡыш­ланы, ҡабат-ҡабат сәхнәгә саҡы­рып сығарып, ҡарап туйманы.

Аңғармаҫтан яҡташ баһадирға күҙ һалдым. Ҡул сапмаһа ла, эскерһеҙ сабыйҙарға тартым ихлас йылмайыуынан эске ҡыуа­нысын тойомларға мөмкин. Ҡарағыҙ әле, иптәштәр, ошолай ҙа ожмах төбәгендә тыуғанмын мин, эшһөйәр яҡташтарым бар, тип бар тирә-йүнгә ҡысҡырмаһа ла, саҡырыуҙарына сикһеҙ рәхмәте сағыла ине.

...Халыҡ иғтибары үҙәгендә булған Герой тыныс ҡына тирә-яҡты күҙәтә. Бәлки, сит-ят ерҙә һуғыш тынған арала командиры Шайморатов генералдың ваҡыт табып, һәр ерҙә емереклек, төтөн быҫҡығанда ла һабантуй үткәр­мәй ҡалмағанлығы иҫенә төшкән­дер. Тамырҙарында ҡандары ҡайнап торған ир-егеттәр ихлас көрәшә ине шул. Яу яланында дошмандарҙы елдән етеҙ елеп ҡырған кавалеристар һуғыш тынған арала Украина далаларында игенен дә урышты, бесәнен дә әҙерләште. Ниндәй һабантуй көрәшһеҙ булһын инде? Бар кавалеристар ҙа Шайморатов генералдан еңел­де. Үҙе уны башы аша күтәреп алып ырғыта алды бит! Йәш һө­йәк, ташып торған дәрт, башҡорт ҡанында ҡыҙған еңеү сәме уны еңдергән. Сәм, әлбиттә, сәм һәм та­һыллыҡ... Сәме булмаһа, фашист эттәрен тураҡлай алыр инеме!? Юҡ, әлбиттә, мең тапҡыр юҡ?!

Эргәнән иһаһайлап ат сабыш­тыр­ған­дары ишетелде. Ул сап­тарҙар эргәһенә ыңғайланы. “Башҡорт ат өҫтөндә тыуа” ти­гәндәре дөрөҫтөр, бала сағынан тиңдәш үҫмерҙәре араһында Таһир ғына ауылындағы һәр тай-тулаҡтың ажарын алып өйрәтә алды. Айыуһаҙы ауылында ҡоҙаһы менән байҙың аттарын көтөүен ғүмере оноторлоҡ түгел!

Украина далалары... Дала тултырып һыбайлылар дошманды ҡыуалай... Үҙенә тәғәйенләнгән һәр атты, сабыйҙар кеүек тәр­биәләп буйһондорҙо бит. Һөй­көмлө лә, сыҙамлы ла, талымһыҙ ҙа башҡорт аттары үҙҙәрен менгән һыбайлыларға һәр саҡ тоғро ҡалды, яу яланынан ташлап китмәне. Тиңһеҙ алыштарҙа уларҙы юғалтыу, ай-һай, еңелдән булманы. “Казбек”, “Лондон”... Сабыш аттарын ентек­ләп ҡара­ғас, Ҡарлуғасына оҡша­ған атҡа “еңеүсе” мөһөрөн һуҡты. Ошо ат еңер... Иңбаштарына ҡыҙҙырып һуғылған РКК тамғаһы менән Әбйәлилдән күпме ат яу ҡырына оҙатылды. Күпмеһенең һөйәккәй­ҙәре сит-ят ерҙәрҙә ятып ҡалды! Өсөнсө булып елгән үҫмер ҡапыл алға ынтылды. Финиш. Герой кавалерист күрһәткән көрән Турысай – еңеүсе! Ур-ра! Кавалерист-яугир яңылыша буламы? Бер күреүҙән таный ул еңеүсе атты! Еңеүсене атынан төшөрөп күккә сөйҙөләр.

Хәтер — мәңгелек

...Яу яландарын тултырып, башҡорт аттары елә! Һыбай­лыларҙың ҡулда­рында ҡылыс ялтырай! Көстәр тигеҙ тү­гел ине, әлбиттә. Ажғырып килгән танкы­ларҙы һыбайлыға туҡтатыу еңел­дән түгел. Шайморатов генерал­дың һуғышта үҙ тактикаһы: ҡараң­ғылыҡтан файҙа­ланып, төндәрен аңғармаҫтан дошманға ташланыу, ҡоралдарын алыу. Винтовка, әҙме-күпме шартлат­ҡыс та граната... Әсе дөрөҫлөктөң мөһөрө ҡаты: тиңһеҙ алыштарҙа биш-алты меңләп һыбайлының, аттарының биш-алты йөҙө генә иҫән ҡалды бит.

...Уның менән дәһшәтле һу­ғышҡа ингән яугирҙе лә белә инем. Хәтер ептәре алыҫта ҡалған студент йылдарына барып үрелде. Кем ул? Башҡорт кавалерия дивизияһында эскадрон командиры, Сибай педагогия училищеһы директоры Бәҙри Мөжәүир улы Мәмбәтҡолов. Ил яҙмышын хәл иткән совет һалдаты ҡайҙа ла үҙ бурысын намыҫлы башҡарған, әлбиттә. Белем алыуға үтә лә талапсан булды. Биш минут һуңлаған өсөн дә ул, студенттарын саҡыртып, ҡаты ғына итеп иҫкәртер ине. Шул уҡ ваҡытта Мәмбәт­ҡолов тәнәфес ваҡыттарында студент­тарҙың ҡайҙан булыуын, ата-инәһен, уҡыу торошон, нимәгә мох­тажлығын даими белешеп торҙо һәм кәрәк ваҡытта ярҙам да күрһәтте. Һыбайлы һалдат, әлбиттә, уҡыу йортонда һуғыш ве­терандары менән осрашыуҙар, тау буйҙарында хәрби уйындар уйнатты һәм таш һәйкәлдәрҙе тәр­биәләүгә айырыуса иғтибарлы ине.

Генерал Күсимовтың ҡаты алышта яу яланында ятып ҡалған Бәҙри Мөжәүир улын эҙләтеп, бер үк ялан госпиталендә дауаланыуы – яҡташыбыҙҙың һалдат­тарына иғтибарлы булыуы, ҡәҙер­ләүе, хәстәрләүе – һоҡланғыс күренеш. Бәҙри Мөжәүир улы, тыйнаҡ башҡорт яугире, һуғыш юлдарын асылып һөйләп тә бармаған. Күп һанлы мәғлүмәт­тәрҙән Б. Мәмбәт­ҡоловтың фин һуғышында ла булыуын, Ленин, өс тапҡыр “Ҡыҙыл Йондоҙ” миҙалы, икенсе дәрәжә “Ватан һуғышы” ордендары, ике тапҡыр “Хәрби хеҙмәт­тәре өсөн”, К. Ушинский миҙалдары кавалеры, БАССР, РСФСР мәктәп­тәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Сибай ҡала­һының почетлы гражданы икәнлегенә инандым. Шаймора­товтың ҡурҡыу белмәҫ ике һалдаты... Илен, һыуын, ерен ысын йөрәктән яратҡан, һаҡлаған – Ватан ғорурлығы бит улар!

Ҡолғаға ла үрмәләнеләр. Йәш-елкен­сәк арҡан тартышты. Ҡыҙ­ҙар ауыҙ­ҙарындағы ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгерҙе. Әммә иң мөһиме – яҡташ, күрше ауыл Геройының ныҡлы арҡаһын, һаҡ­лауын тойоу, бер-бер артлы меңәрләгән гектар һөрөнтө ерҙе эшкәртеп, ярайһы уҡ уңыш алған ялан батырҙарын сәхнәгә саҡы­рып бүләкләү, иң күп иген урыусының һабантуй флагын күтәреүе – һабантуй ҡунағына хөрмәт күрһәтеү, игенселәрҙең хеҙмәтенә дан йырлау булғандыр.

1983 йыл – Советтар Союзы Геройы, легендар шәхес Таһир Тайып улы Күсимовтың “Октябр­ҙең 40 йыллығы” колхозына һабансылар байрамына һуңғы килеүе булды. Эй, ғүмерҙең үткәне, сабатаның туҙғаны... Бер нисә йылдан һуң, мәрхүм булғас, яҡташтары колхоз исемен “Таһир Күсимов”ҡа үҙгәртеп, уның яҡты иҫтәлеген мәңгеләштерҙе. Үҙ­гәртеп ҡороу осоронда район колхоз-совхоздары юҡҡа сыҡҡанда ла беҙҙең яҡташ Герой исемен йөрөткәне бар әле... Тик ул элеккесә түгел, ә яуаплылығы сикләнгән “Таһир Күсимов” колхозы исемен йөрөтә...
Геройҙың ауылында Баш­ҡорт­ос­тандың атҡаҙанған уҡытыу­сыһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғ. Ғилманов ойошторған мемориаль музей — данлыҡлы батырға һәйкәл. Ҡылғандай сал сәсле, аҡыллы ҡарашлы, иңдә­ренә төшкән аяуһыҙ һуғыш шаһиты булып, шул осор халҡы хәтеренә уйылып ҡалды.

Ил президенты Б. Ельциндың колхоз-совхоздарҙы бөтөрөп, коопера­тив­тарға берләшергә, фермер хужалыҡ­тарын булды­рырға тигән указына ярашлы коллектив хужалыҡтар тарҡалды. Хәҙер игенселәрҙең хеҙмәтен данлаған һабантуйҙар ҙа был яланда булмай. Көҙгә табан теләштәр ҡойған кәбәндәре генә ҡасандыр ошо Олатай яланына һабантуйға килгән Советтар Союзы Геройы яҡташ Таһир Тайып улы Күсимовты хәтерләтә... Ошо ялан яҡташ геройыбыҙҙан килер быуынға иҫтәлек булған дә баһа. Хәтер мәңгелек!

Ауыл исеме фамилияһына әйләнә

Таһир Тайып улы Күсимов 1909 йылдың 14 февралендә Ырымбур губернаһының Верхнеурал өйәҙе Күсем ауылында (хәҙер Әбйәлил районы) тыуған. 1921 йылғы аслыҡ ваҡытында берҙән-бер улын һаҡлап ҡалырға теләп, атаһы уны Ҡаҙағстан, һуңыраҡ Урта Азия тарафтарына алып китә. Хәрби хеҙмәткә алыныр сағы еткәс, егет тыуған ауылы Күсемгә әйләнеп ҡайта. Уны күрше ауыл егете, буласаҡ летчик Шәмиғол Азаматов менән бергә Ҡазан татар-башҡорт хәрби училищеһына ебәрәләр. Күсимов фамилияһын да егеткә райондың хәрби комиссары бирә: “Күсем ауылынан, тимәк, Күсимов булырһың”, – ти. Уға йәше етмәгәнлектән, бер йәш өҫтәп тә яҙыла. 1928 йылда хәрби хеҙмәткә алынып, ул хәрби училищелағы бер йыл әҙерлек курсында уҡый.

1928 – 1932 йылдарҙа Ҡазандағы берләштерелгән татар-башҡорт хәрби мәктәбендә белем ала. Шәмиғол Азаматов кавалерист булырға теләмәй, Пермь авиация училищеһына инә. 1936 йылда Новочеркасскиҙа атлы ғәскәр командирҙары курсында хәрби әҙерлек үтә. Унан ҡайтҡас, бер аҙ ваҡыт ТатЦИК исемендәге уҡсылар дивизияһында айырым кавалерия эскадроны командирының урынбаҫары була.
Шулай итеп, ул ғүмер буйы үҙ өҫтөндә эшләй, һайлаған хәрби юлын намыҫлы үтә.
Күсимов батырлығы

Таһир Күсимов 1942 йылдың апреленән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 1-се (275-се) полкының командиры. Дивизия яугирҙәре Күсимовтың һалдаттарҙы буласаҡ алыштарға ентекле әҙерләүе, кавалерист күнекмәләрен бик етди үткәреүе тураһында һөйләй. Күсимов үҙе хәтерләүенсә, һалдаттарҙан ул матур итеп башҡортса һөйләшергә өйрәнә. Һуғыш барышында дивизияла командирҙар кәңәшмәләре йыш ҡына башҡортса алып барылған һәм ысынында был хәүефһеҙлек тәьмин иткән.

Гвардия подполковнигы Таһир Күсимов 1943 йылдың 27 сентябрендә Днепрҙы дошман уты аҫтында кискәндә айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәтә. 26 сентябрҙә уның полкы беренсе булып Днепрға килеп етә. Төрлө ҡулайлаштырылған әйберҙәрҙән, ишектәрҙән эшләнгән һалдарҙа 27 сентябрҙә полк һалдаттары дошмандың артиллерия һәм миномет уты аҫтында Дымарка һәм Неданчичи ауылдарынан көнбайыштараҡ Днепрҙың уң яҡ ярына сыға. Бында полк яр буйлап 2,5 км тирәһе киңлектә плацдармды тотоп тора, дивизияның башҡа частарының йылғаның уң яғына сығыуын тәьмин итә. Күсимов полкы 77 дошман һалдатын, ике офицерын һәм күп кенә техникаһын, ҡоралын ҡулға төшөрә. Был алыштан һуң Таһир Күсимов III дәрәжә Суворов ордены менән бүләкләнә, 1944 йылдың 15 ғинуарында Таһир Тайып улы Күсимовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.


Вернуться назад