“Һаҡаллы төҙөлөш”тәрҙе нимә көтә?13.02.2019
Яңыраҡ Иглин районы хакимиәтендә алданған өлөшсөләр менән сираттағы осрашыу үтте. Унда район хакимиәте башлығы Николай Самойленко, төҙөлөп бөтмәгән биш объекттың конкурс идарасылары һәм төҙөлөш компаниялары вәкилдәре, “Төҙөлөш объекттарына ярҙам итеүсе төбәк операторы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән Руслан Рәхмәтуллин ҡатнашты. Сара барышында төҙөлөштөң бөгөнгө хәле ҡаралды.
“БашСтройКомплект” йәмғиәте вәкиле белдереүенсә, апрелдә уларҙың объектында һуңғы эштәр башланасаҡ, уның өсөн ике миллион һум самаһы аҡса бүлеү ҡаралған. Майҙа иһә уны файҙаланыуға тапшырырға йыйыналар.
“БашЛСТК” йәмғиәтенең конкурс идарасыһы, тулы тикшереү уҙғарғандан һуң, 142 өлөшсө барлығын асыҡлаған. Бөгөн район хакимиәтендә кредиторҙарҙың йыйылышы тағы ла үтәсәк. Сарала уларға торлаҡ-төҙөлөш кооперативына инергә тәҡдим ителәсәк. Төбәк операторы вәкиле белдереүенсә, әлеге ваҡытта буласаҡ инвестор менән бөтә варианттарҙы ҡарап, объектты тамамлауҙа ҡатнашыу мөмкинлеген өйрәнә.
“Стройтрейдинг” йәмғиәте мәғлүмәттәре буйынса, “Юлдаш” торлаҡ комплексы файҙаланыуға әҙер. Әлеге мәлдә төҙөлөштөң тамамланыуы хаҡында документ алыу маҡсатында Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетына мөрәжәғәт иткәндәр. Дәүләт комитеты комиссияһы, урынға сығып, төҙөлөш объектын ҡарағандан һуң ғына, был йорттоң мәсьәләһе финиш һыҙығына сығасаҡ.
“Союз-строй” йәмғиәтенең проблемалы төҙөлөшө буйынса ла инвестор табылған. Тиҙҙән уны Төбәк операторына тәҡдим итәсәктәр. Әле мәсьәләне хәл итеү буйынса барлыҡ юлдар ҙа ҡарала. “Стройиндустрия” йәмғиәте йорттарына иһә экспертизаны өсөнсө тапҡыр үткәреүҙәре лә ихтимал. Уның һөҙөмтәләре буйынса “һаҡаллы төҙөлөш”төң дә яҙмышы хәл ителәсәк.
Былтыр республика буйынса проблемалы 33 төҙөлөш объекты рәсми теркәлгән. Алданған ике меңдән ашыу өлөшсө фатир ала алмай ыҙалай. “Госстрой” ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге мәлдә “Миловка паркы” (төҙөүсеһе – “КилСтройИнвест” йәмғиәте), “Көмөш шишмә” (төҙөүсеһе – “Крона” йәмғиәте), “Яңы Булгаков” (төҙөүсеһе – “СтройВертикаль”) торлаҡ комплекстары, Өфө ҡалаһында Әхмәтов урамындағы, Нефтекамала 25-се биҫтәләге (төҙөүсеһе – “Интеграл” йәмғиәте), Стәрлетамаҡта “Башстрой” йәмғиәте йорттары ошо исемлеккә инә. Зыян күргән граждандарҙың 50 процентынан күберәге ошо төҙөлөштәрҙә “янған”.
Башҡортостан прокуроры Андрей НАЗАРОВ:
– Өлөшсөләр хоҡуғын боҙоу ҙур мәсьәлә булып ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “һаҡаллы төҙөлөш”тәрҙең бөтәһендә лә хәлдең ыңғайға үҙгәреүе күҙәтелмәй. Беҙҙең иҫкәртеүҙәрҙән һуң республика Хөкүмәте зыян күргән граждандарҙың торлаҡтарын төҙөп бөтөү буйынса “юл карталары”на үҙгәрештәр индерҙе, норматив база камиллаштырылды, законһыҙ рекламаға сик ҡуйылды.
Шулай булһа ла, күҙәтеү органдарына торлаҡ комплекстары төҙөлөшө барышында асыҡланған мәсьәләләргә ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе бер-береңә еткереп, тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә кәрәк. Был иһә проблеманы башынан уҡ контролгә алыуға булышлыҡ итәсәк, ә төҙөүсе бөлгөнлөккә төшкәндән һуң түгел.