Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәгән тыл һәм хеҙмәт ветераны, иң оло ағинәй Ғәйшә Әбсәләмова үҙенең 95 йәшен ҡаршыланы.Юбилярҙы ҡотларға Темәс ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Байрамғолова, урындағы ҡатын-ҡыҙҙар берләшмәһе рәйесе Миңзифа Низамова, Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәре Гөлдәр Иҙебаева килде. Улар инәйгә иҫтәлекле бүләктәр, шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡотлау хатын тапшырҙы.
Ғәйшә Сәфәрғәле ҡыҙы, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, үҙен яҡшы тоя, зиһене яҡты, күҙҙәре үткер. Ҡунаҡтар килеүенә ҡыуанып, уларҙың барыһына ла үҙенеке кеүек бәрәкәтле оҙон ғүмер теләне.