БДУ-ның Сибай институтына, шул яҡ төбәк йәштәренән тыш, Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан, сит республикаларҙан да килеп белем алалар. Уҡыу йорто студенттары араһында төрлө милләт вәкилдәре бар. Улар үҙ-ара татыу, дуҫ йәшәй, бер-береһенең тарихына, ғөрөф-ғәҙәттәренә ҙур ихтирам менән ҡарай.Ошо көндәрҙә Сибай институты директоры вазифаһын башҡарыусы Азат Вәлиев етәкселегендәге делегация Ҡаҙағстанға барып, илдең урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары эшмәкәрлеге менән яҡындан танышып ҡайтты. Ҡостанай дәүләт педагогия университетында, мәҫәлән, беҙҙең вәкилдәргә белем усағының матди-техник хәле, уҡытыу, тәрбиә алымдары хаҡында һөйләнеләр, шулай уҡ бында студенттар менән аралашыу мөмкинлеге булдырылды.
Уҡыу йорто ректоры, профессор Әбил Еркин Аманжолулы һәм Азат Вәлиев Сибай институты менән Ҡостанай университеты араһында хеҙмәттәшлек алып барыу буйынса ике яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Киләсәктә шулай уҡ Ҡаҙағстандың Житикар, Рудный һәм Лисаковск ҡалаларындағы урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары менән дә хеҙмәттәшлек юлдары ҡараласаҡ.