“Ҡояшҡай” балаһының теләге12.02.2019
“Ҡояшҡай” балаһының теләгеБорай ауылындағы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы – районда һәр йәһәттән дә алдынғылар исемлегендә. Белем усағында тәрбиәселәр төрлө саралар ойоштороуға ла көслө иғтибар бүлә.

“Янғын хәүефһеҙлеге дәрестәре” тип аталған сара малай һәм ҡыҙҙарҙы шунда уҡ үҙенә йәлеп итте, унан берәү ҙә ситтә ҡалманы. Ысынлап та, балаларҙы бәләкәйҙән йыйнаҡ булырға, тәртипкә күндереү отошло. Шул уҡ ваҡытта аңлашылмаған төрлө хәлдәр килеп сыҡҡанда ҡаушамаҫҡа өйрәтеү ҙә, һис һүҙһеҙ, үҙен аҡлай. Хәйер, мәктәп йәшендәге, хатта унан да бәләкәйҙәрҙең өлкәндәрҙе ҡотҡарыуы тураһында йыш хәбәрҙарбыҙ. “Ҙур үҫкәс, янғын һүндереүсе буласаҡмын”, – тип бер малайҙың әйтеүенә тәрбиәселәр ҡыуанды.

Борай районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Исхаҡовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, бала күңеле – аҡ ҡағыҙ, ни яҙһаң, шул мәңгелеккә тороп ҡала, тәрбиәне кескәй саҡта уҡ башлауҙы бер нимә лә алмаштыра алмай.



Вернуться назад