Ҡулдарҙа – бәхет асҡысы!12.02.2019
Сибайҙа етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалып буй еткергән һигеҙ йәш кешегә бөгөн яңы фатир асҡыстары тапшырылды. Киров урамы, 30 адресы буйынса урынлашҡан был яңы йорт йәшәү өсөн тулыһынса әҙер.

“Йәштәрҙең барыһы ла – үҙебеҙҙең Сибайҙыҡылар, ошонда тәрбиәләнделәр, уҡынылар, мәктәпте тамамланылар. Аҙаҡ һәр ҡайһыһы үҙ юлынан китте: берәүҙәр – колледжға, икенселәр – институтҡа”, – ти урындағы опека һәм попечителлек бүлеге етәксеһе Ирина Сидоренко.

Быйыл Сибайҙа етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн республика һәм ил бюджеттарынан 18 055,600 һум субвенция бүлеү планлаштырыла. Был суммаға 16 йәш кешене торлаҡлы итеү ҡаралған.


Вернуться назад