Билдәле Себер дәрүише, ғүмер буйы тайгала яңғыҙы көн күргән Агафья Лыковаға ярҙамсы талап ителә. Әбей хәҙер ныҡ олоғайған.Социаль селтәрҙә ауыл көнкүрешен күтәрерлек, Хоҙайҙы һәм тәбиғәтте яратҡан көслө ихтыярлы дини ҡатын-ҡыҙҙы эҙләйҙәр, сөнки ҡарурманда утһыҙ, һыуһыҙ, йылылыҡһыҙ йәшәргә һәм яңғыҙаҡҡа хужалыҡта булышлыҡ итергә кәрәк. Был ҡыҙыҡлы иғланды Алтай фотографы Светлана Казина биргән.
Шулай уҡ ярҙамсы ҡатын-ҡыҙ Агафьяның ауыр холоҡло икәнен белергә тейеш. Ул бер үҙе, кешелектән ситтә йәшәргә күнеккән. Әхирәт һәм күрше булыуҙан бигерәк, уның тыңлаусан йомошсоһо сифатын алырға тура киләсәк.
Бынан алдағы ярҙамсы – Надежда Усик – Агафья Лыкова менән биш йыл йәшәгән. Ул бығаса күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп, монастырға китергә йыйынған була. Шунан ошо билдәле дәрүиш янына барып эләгә, әммә әсәһенең үтенесе буйынса кире ҡайтырға мәжбүр була.