Яңыраҡ Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәрҙә ҡалаларҙа юл тығындарын бөтөрөүгә арналған яҙмаһы халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡайны.
Килгән яуаптарҙың күбеһе аныҡ тәҡдимдәрҙе үҙ эсенә ала, улар ведомство һәм муниципаль кимәлдә хәл ителә лә башланы. Мәҫәлән, Өфөләге “Планета” сауҙа-күңел асыу үҙәге янында транспорт инфраструктураһын яҡшыртыу өсөн, уның эргәһендә Салауат Юлаев проспекты аша ер өҫтө йәйәүлеләр үткәүеле төҙөү мөмкинлеге ҡарала. Был турала 11 февралдә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов ҡатнашлығындағы эш кәңәшмәһендә һүҙ барҙы.
Яңы үткәүелдең проекты быйылғы йылдың аҙағында уҡ эшләнеүе ихтимал. Ә 2020 йылда төҙөлөш эштәре башланасаҡ. Проекты финанслау сығанаҡтары барлана.