Балтас яҡтарына тәбиғи газ 1994 йылда килеп етте. Һәйтәк ауылында йәшәүсе Рәфизә менән Фәнис Нуриәхмәтовтарҙың ғаиләһе төбәктә беренсе булып “зәңгәр яғыулыҡ”тан файҙалана башланы.
Шул осорҙан алып районда ҙур күләмле эштәр башҡарылды. Торған һайын күберәк ауылдар, йорттар, социаль-мәҙәни, хужалыҡ объекттары газ селтәренә тоташтырыла. Бөгөн район үҙәгендәге барлыҡ йорттарға ла тиерлек газ үткән. Бөтәһе ҡырҡ алты ауыл халҡы “зәңгәр яғыулыҡ”тан файҙалана. Әлеге ваҡытта ауыл-ара юғары, урта һәм ауылдар эсендә түбән баҫымлы 286 километр оҙонлоғондағы газ үткәргес файҙаланыуға тапшырылған. Былтыр 62 километр һалынған. Байгилде, Мишкә, Яланғас, Якунин, Еләҙекүл, Нажар, Киҙгәнбаш кеүек төпкөл ауылдарға ла “зәңгәр яғыулыҡ” барып етте.
Тәүге осорҙа газды ситтән килгән ойошмалар үткәрә ине. Бер ваҡыт, алдағы йылдарға бурыстар билдәләгәндә, ул саҡтағы район хакимиәте башлығы Айрат Мәғзүмов (хәҙер мәрхүм инде) үҙҙәрендә газ төҙөлөшө буйынса подрядсы булдырыу мәсьәләһен күтәрә.
Яңы ойошма төҙөү эшен Ринат Сәхәповҡа тәҡдим итәләр. Балтастар уны һәләтле етәксе, оҫта ойоштороусы булараҡ белә. Ринат Әхкәм улы заманында һәр ваҡыт артта һөйрәлгән “Сельхозхимия” ойошмаһын, торлаҡ-коммуналь хужалығын алдынғылар рәтенә алып сыға.
2001 йылда Балтас ерлегендә “Газремстрой” дәүләт унитар предприятиеһы барлыҡҡа килә. Ул газ төҙөлөшө эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Биш йылдан ошо предприятиеның нигеҙендә икенсе ойошма төҙөлә. Шунан бирле “Спецгазремстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә, алдынғылыҡты бирмәй.
Егерме ете кешенән торған предприятие барыһына ла өлгөрә. Районда ла күләмле эштәр башҡара, башҡа төбәктәрҙә лә газ индереүҙә ҡатнаша. Былтыр йәмғиәт көсө менән күрше Пермь крайының Чернушка ҡалаһында 3,7 километр оҙонлоғонда газ торбаһы һалынған. Шулай уҡ Асҡын районының балалар баҡсаһы “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа күсерелгән.
Быйыл да төҙөлөш эштәре киң ҡолас менән алып барыла.
— Кешеләр башта тәбиғи газға күсергә ҡурҡыбыраҡ та ҡарай, — ти Ринат Сәхәпов. — Ни генә тимә, хаҡтар өркөтә күптәрҙе. Газ индерәйем тиһәң, плитәһенән, ҡаҙанлығынан тыш ҡына ла байтаҡ аҡса сығарырға кәрәк. Ә ауыл халҡының мөмкинлеге сикләнгән. Шулай ҙа алға ҡарап йәшәүселәр барыбер хәлдән сығыу юлын таба, нисек тә аҡсаһын йүнләй.
Халыҡтың көнкүрешен еңеләйтергә тырыша “Спецгазремстрой” егеттәре. Кешеләр үҙҙәре лә уларға теләп ярҙамлаша. Төҙөлөшкә ҡамасаулаған ағас ботаҡтарын бысалар, траншея ҡаҙалар, йорт эргәһенән үткән торбаларҙы буяйҙар.
Йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә лә йәмғиәт эшен әүҙем алып барырға һәләтле: экскаваторҙарынан алып сит илдән ҡайтартылған мобиль электр станцияһы, иретеп йәбештереү агрегаттары, туң ерҙе, таш һәм асфальтты ҡырҡа торған ҡоролмаларына ҡәҙәр бар.
Ә эш етерлек. Хәҙерге ауыр, ҡатмарлы заманда ла газсыларға эшһеҙлек ҡурҡынысы янамай.
— Егерме беренсе быуатта йәшәйбеҙ бит, — тип һүҙен дауам итә директор. — Хәҙер эш эҙләп унда-бында сабыу юҡ. Сайт, электрон сауҙалашыу, электрон килешеү... Отошломо, файҙалымы — бөтәһен дә алдан иҫәпләп, уйлап, самалап эш итәһең.
Тырыш та, булдыҡлы ла Сәхәповтың егеттәре. Түбә ябыу, юл төҙөү, һыу торбаһы һуҙыу кеүек төрлө эшкә ҡыйыу тотоналар һәм сифатлы итеп башҡаралар. Көндәшле, Яңы Ямурҙа мәктәптәрендә йылытыу селтәрен дә улар алмаштырған.
Төбәктә әле газһыҙ ауылдар ҙа бар, тиҙҙән уларында ла эш башланасаҡ. Сөнки барыһы ла планға ярашлы бара.
— Эш күләме етерлек, материал да туплағанбыҙ, — ти Ринат Сәхәпов. — Кешеләрҙең йөҙөндәге шатлыҡ — беҙҙең өсөн иң ҙур ҡыуаныс!
Финат ШАКИРЙӘНОВ.
Балтас районы.