Киҙеү һәм киҫкен респиратор вирусы инфекцияһы сирҙәре таралыу кимәле юғары булыу сәбәпле, Өфөлә 12 мәктәптә уҡыу процесы ваҡытлыса туҡтатылған.
Ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Елена Хаффазова белдереүенсә, кисәге көнгә ауырыған уҡыусылар һаны 12 818 кеше тәшкил иткән. Яңы ғына 49-сы һәм 123-сө белем усаҡтарында карантин иғлан ителгән. Ә 11 – 17 февралдә республиканың барлыҡ беренсе класс уҡыусылары ла өҫтәмә каникулда буласаҡ.
Һуңғы аҙнала Башҡортостанда “киҫкен респиратор вирусы инфекцияһы” диагнозы 33 меңдән ашыу кешегә ҡуйылған, уларҙың 63 проценты (21,1 меңе) – бала-саға.