Бөтә бәлә карьерҙың емерелеп төшөүенән12.02.2019
Ни өсөн Сибайҙағы карьер газ бүлеп сығара башлаған һәм ундай саҡта таусылар, ғәҙәттә, нимә эшләй? Был һорауға Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы техник директоры Ильяс Әхмәтйәнов яуап бирә.

– Был карьер 2004 йылдан алып файҙаланылмай, – тине ул журналистар менән әңгәмәлә. – Былтырғы йыл аҙағында соҡор стенаһындағы тоҡомдар емерелеп төшкән һәм алынмай ҡалған руда, кислород менән реакцияға инеү арҡаһында, тоҡанып киткән, ҙур миҡдарҙа көкөрт диоксиды бүленеп сыға башлаған.

Ни өсөн руданы алып бөтмәгәндәр – хәҙер әйтеүе ҡыйын, ул замандағы вазифалы кешеләр комбинатта юҡ. Ильяс Харис улы үҙ эшмәкәрлеге осоронда бындай хәлгә беренсе тапҡыр осрауы тураһында әйтте.

Учалы, Баймаҡ райондарындағы һәм башҡа төбәктәрҙәге ошондай карьерҙар менән дә шундай уҡ хәл ҡабатланмаҫмы? “Юҡтыр тип уйлайым, сөнки уларҙа руда тулыһынса алынып бөтә”, – тине техник директор.





Вернуться назад