Егерме ике мең кеше сирен белмәй йөрөгән...12.02.2019
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, былтыр Башҡортостанда 214 605 кеше диспансерлаштырыу үткән. Уларҙың 14,3 проценты беренсе төркөмгә ҡарай, йәғни тулыһынса һау-сәләмәт тип табылған. Хәүеф факторҙары булған икенсе төркөмгә тикшерелеүселәрҙең 31,5 проценты индерелгән, хроник сирҙәре булғандарҙың 3А төркөмөнә – 46,4 процент, 3Б төркөмөнә – 7,8 процент.

Өфөлә диспансерлаштырыу барышында сире барлығы тәүге тапҡыр асыҡланған кешеләр һаны 22 102-гә тиң. Былтырғы менән сағыштырғанда, был 14,2 процентҡа түбән. Тәүге тапҡыр асыҡланған сирҙәрҙең төрҙәренә килгәндә, беренсе урында ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары, икенселә – эндокрин системаһы, өсөнсөлә – нервы системаһы сирҙәре.

Быйыл республикала 724 мең халыҡты тикшерергә ниәтләйҙәр, шул иҫәптән баш ҡалала 216 мең кешене.



Вернуться назад