Сибай олатайы ниңә асыулана?12.02.2019
Был ҡала тураһында бөгөн мәғлүмәт бик күп, ҡайһыһы дөрөҫ, ҡайһыһы арттырыу – белеүе лә анһат түгел. Мәҫәлән, беҙ, хәбәрселәр, Сибай гимназияһы директоры Ирина Варламова менән осраштыҡ. Ул бына нимә һөйләй:

– Поликлиникала 80 йәшлек бабайға укол эшләгән ваҡытҡа тура килдем. "Ҡалала газ еҫе булғанға шулай бронхитығыҙ көсәйҙеме?" тип һорайҙар унан. Бабай пыр туҙып китте: "Мин 20 йыл инде бронхиттан сирләйем! Юҡ-бар хәбәр таратыуҙан туҡтағыҙ! Утыҙ йыл “БелАЗ” шоферы булып эшләнем, әле ҡалала бер ниндәй ес һиҙмәйем”.


Ә бына гимназияла балаларға көн һайын һөт биреүҙәре дөрөҫ, көнөнә 60-70 литр продукция тотонола икән. Үҙ күҙең менән күргәнгә бер нимә лә етмәй шул.




Вернуться назад