Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте02.06.2012
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдары менән Башҡорт дәүләт университеты Нефтекама филиалының иҡтисад теорияһы һәм менеджмент кафедраһы доценты Аллағолова Наилә Камил ҡыҙы, Яңауыл районы Иҫке Вәрәш урта мәктәбе директоры Асатов Владимир Ғарифулла улы, Өфө ҡалаһы хакимиәте коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығының бүлек начальнигы урынбаҫары Волкова Елена Николаевна, Федераль почта элемтәһенең Өфө почтамты бухгалтер-ревизоры Ғайсина Рәмилә Вәйез ҡыҙы, Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводы йыйыусыһы Ғарифуллин Шамил Әзһәр улы, Башҡортостан янғынға ҡаршы эштәр буйынса махсуслаштырылған ремонт-төҙөлөш идаралығының Дүртөйлө филиалы директоры Ғафаров Йәүҙәт Мырҙағәле улы, Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводы эшсеһе Демидова Татьяна Ильинична, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты проектлау-конструкторлыҡ бүлегенең төп инженер-проектлаусыһы Ереклинцева Тамара Константиновна, “Стронег” йәмғиәтенең “Спецстроймонтаж” бүлендек йәмғиәтенең эштәр башҡарыусыһы Зинин Сергей Иванович, Башҡортостандың “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса республика берекмәһе” йәмәғәт ойошмаһының идара рәйесе Крюков Владимир Александрович, “Металлоконструкция Востокнефтезаводмонтаж” йәмғиәте слесары Ҡорбанаев Әфүәт Хөппулла улы, Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Ҡотломәтов Ришат Фәрит улы, Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең сауҙа, эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау бүлегенең баш белгесе Мөхәмәтдинов Рәмис Мазар улы, Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Саҡмағош почтамты почтальоны Сөләймәнова Ләлә Айрат ҡыҙы, Илеш районы Ишҡар ауыл Советы хакимиәтенең эштәр башҡарыусыһы Тажимәрҙәнова Зилә Рәхимйән ҡыҙы, “Өфө” халыҡ-ара аэропорты диспетчер хеҙмәтенең өлкән диспетчеры — төркөм начальнигы Торопова Лина Ғаян ҡыҙы, Нефтекама ҡалаһы “Ремжилстрой” йәмғиәте машинисы Фазылов Фидәрис Фидаил улы, “Стәрлетамаҡ-2 Воктокнефтезаводмонтаж” йәмғиәтенең иретеп йәбештереүсеһе Фәттәхов Мансаф Ғабдулла улы, Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Туймазы районы һәм ҡалаһы буйынса идаралығы начальнигы Фәттәхова Әлмира Мирзаһит ҡыҙы, Балтас районының Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Хажимов Хәнис Ситдиҡ улы, “Стәрлетамаҡ-2 Востокнефтезаводмонтаж” йәмғиәтенең директор урынбаҫары Холмогорцев Евгений Александрович, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының электр механигы Хохлова Татьяна Александровна, Дәүләкән районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Шумакова Ольга Александровна, “Восктокнефтезаводмонтаж акционерҙар компанияһы” Проектлау институтының монтажлау-технология бүлеге начальнигы Щеглова Ольга Васильевна Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.


Вернуться назад