Республика прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса, ике кеше мутлашыуҙа ғәйепләнә: улар 2014-2015 йылдарҙа алты граждандың күсемһеҙ милкен урлап, 6,6 миллион һум зыян килтергән.“Енәйәтселәр зарар күргәндәрҙең ышанысын яулап, Өфөләге торлаҡтарын Иглин ҡасабаһындағы йортҡа алмаштырырға тәҡдим иткән. Уларға төҙөк бина күрһәткәндәр, әммә килешеүҙә күршеләге йәшәүгә яраҡһыҙ йәки бөтөнләй буш участка теркәлгән”, – тип хәбәр иттеләр төбәк прокуратураһы матбуғат хеҙмәтендә.
“Ҡара” риэлторҙарҙың башҡа ҡара эштәре лә асыҡланып, судҡа ебәрелгән.