"Билет алайым әле..."11.02.2019
“Алтын даға” лотерея уйынының 147-се тиражында бер яҡташыбыҙ 17 миллион 600 мең һум аҡса отҡан!

Билетты ул ҡапыл алырға була. “Был һатыу урынына юҡҡа килеп юлыҡмағанмындыр”, – тип уйлай ҙа бәхетен һынап ҡарамаҡсы итә. Тираждың һөҙөмтәһен интернеттан тикшерә. “Ә унда... миллиондар! Үҙ күҙемә үҙем ышанманым!” – ти еңеүсе.

Ир кеше аҡсаны алырға ғаиләһе менән бара. Әйтеүенсә, ҡыҙы менән улына торлаҡ аласаҡ.

“Оҙаҡ йылдар бер бүлмәле тар фатирҙа йәшәнек, – ти бәхетле еңеүсе. – Шәхси йортом булһын ине тигән хыял менән 13 йыл элек өй төҙөй башланым. Хәҙер иһә балаларымдың да айырым киң фатирҙары буласаҡ”.

Владимир – экскаватор машинисы. Буш ваҡытында баҡсала эшләргә ярата, балыҡҡа йөрөй.


Вернуться назад