Герой вариҫтары стартҡа баҫты11.02.2019
Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың тыуыуына 110 йыл тулыу уңайынан шәхестең тыуған яғында саңғы ярыштары үтте. Унда төрлө йәштәге йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты.

Геройҙың тыуған ауылы Күсемдән, күрше Күсем руднигы һәм Ташбулат халҡы, уҡыусыларынан тыш, райондың Әбделмәмбәт, Ҡужан, Асҡар, Рауил ауылдары, хатта Сибай ҡалаһынан саңғысылар стартҡа баҫып, Герой рухына оло хөрмәт күрһәтте.

Еңеүселәргә миҙал, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылһа, һәр ҡатнашыусы акция шарты буйынса айырым бүләктәр алып ҡыуанды. Ғөмүмән, Герой вариҫтары олуғ шәхескә, тарихыбыҙға ҡарата хөрмәт тә күрһәтте, үҙ һаулығын да нығытты. Афарин!


Вернуться назад