Аҡмал эпосты өс телдә белә12.02.2019
Аҡмал эпосты өс телдә беләСиләбе өлкәһенең төрлө райондарында йәшәгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары, “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһына берләшеп, бик әүҙем эшләй: осрашыуҙар, Шәжәрә байрамдары, кисәләр, балалар өсөн байрамдар, “Урал батыр” эпосын һөйләү буйынса конкурстар һәм башҡа милли рухлы саралар даими үткәрелә.

Йыл башында уҡ Сосновка, Арғаяш, Ҡоншаҡ, Красноармейский райондарынан, Силәбе, Мейәс ҡалаларынан ағинәйҙәр бик матур йыйын ойошторҙо. “Аҡ тирмә” етәк­сеһе Рабиға Фәрит ҡыҙы Бикбулатова, һәр ваҡыттағыса, был оло сараны уҙғарыу өсөн ғаиләһен, туғандарын ылыҡ­тырҙы.

Түккән көс бушҡа китмәне. Ул барыһына ла оҡшаны, артабанғы эшмәкәрлеккә йүнә­леш бирҙе, маҡсаттар ҡуйҙы. Ул хатта башҡарылған эштәргә ғәмәли йомғаҡ һымаҡ та булды, сөнки бында биш-алты йәшлек балаларҙан башлап 70-80 йәшлек өлкәндәргә тиклем туған телдә йырлап, шиғырҙар, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләп, халыҡты ҡыуандырҙы.

Алты йәшлек кенә Аҡмал­дың өс телдә эпос һөйләүе ғәжәп күренеш ине. Маяҡ мәктәбендә бөтә балалар ҙа ҡурай уйнай. Был һөнәргә уларҙы ҡоролтай рәйесе Хәбрахман Мансуров өйрәтә. Ҡатыны Ғәҙелниса менән халҡыбыҙ моңон һаҡлауға, йәштәргә тапшырыуға күп көс һалалар. Үҙҙәренең ейәне лә матур итеп ҡурайҙа уйнай. Һары ауылынан Флүрә Йәнйегет ҡыҙы, Бәҙрисафа Рәжәп ҡыҙы халыҡ йырҙары менән сығыш яһаны. Арғаяш районынан Мәрфуға Ҡорман­ғәлина күҙ яуын алып торған ҡул эштәрен генә тәҡдим итеп ҡалманы, ейәне Моратҡа телгә һөйөү уятыуы менән дә өлгө күрһәтте. Морат “Башҡорт телендә һөйләшәм” тигән йырҙы бик дәртле итеп башҡарҙы. Мәсҡүҙә Сәфәрова ла ейәнсәре менән килгәйне. Ул да Зәйнәб Биишеваның “Башҡорт теле” тигән шиғырын һөйләне. Ә Денис исемле ейәне “Мин — башҡорт бала­һы” тип йырлап ҡыуандырҙы. Рабиға Бикбулатова етәкселе­гендә байтаҡ йылдар эшләп килгән, конкурстарҙа ҡатнаш­ҡан “Толпар” төркөмө балалары Мәрйәм Хәлимова, Денис Хәлимов, Рөстәм Ниғмәтуллин ошо төркөмдә алған әүҙем­леген, башҡорт йырына һөйөүен һаҡлап, Өфөлә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыкаль гимназияла уҡыуын дауам итә.

Күргәҙмәгә ҡуйылған ҡул эштәре йыйынға күркәмлек өҫтәне. Рабиға Бикбулатова башҡорт буҙаһы менән һыйланы. Ә инде ағинәйҙәргә аҡ яулыҡтар ябындырыу үҙенсәлекле йолаға тағы ла күркәмлек өҫтәне.


Вернуться назад