Боронғо һүҙҙәр онотолмаһын12.02.2019
“Башҡортостан” гәзитенең йома һанын айырыуса көтөп алам. Миңә “Иман” битендәге фәһемле яҙмалар, “Йома һайын ошо урында” рубрикаһындағы ҡыҙыҡлы тарихтар, “Ял сәғәттәрендә” махсус бите оҡшай.

Сканворд төҙөгән Илдар Ғәбитовҡа бер теләгем бар: үҙе ҡулланған боронғо һүҙҙәргә, бәлки, аңлатма ла биреп барыр. Ваҡыт үтеү менән ҡайһы бер һүҙҙәр телмәрҙән төшөп ҡала, онотолоуға дусар була. Илдар ҡусты уларҙы ҡулланып бик мәслихәт эш башҡара, әммә күбеһен киләһе һанда баҫылған яуаптан ҡарап ҡына белергә мөмкин. Үткән һандарҙың береһендә баҫылған сканвордта “бәләкәй йылға”ның икенсе төрлө атамаһын таба алмай аптырандым, баҡтиһәң, “сол” була икән. Яуаптар янына онотолған һүҙҙәрҙең аңлатмаһын да биреп барһағыҙ, бик яҡшы булыр, кешенең иҫендә нығыраҡ ҡалыр ине.


Вернуться назад