Атай аманатына тоғро ҡалып12.02.2019
Бөгөнгө тормошобоҙҙо матбуғатһыҙ күҙ алдына ла килтереү ҡыйын. Интернет селтәрҙәре, телефон бәйләнеше – бер, ә бына гәзит-журналды ҡулға тотоп уҡыу – икенсе ғәмәл.Мин үҙемде белә-белгәндән “матбуғат” тигән серле төшөнсә әйләнә-тирәмә, ауылдаштарыма, ғөмүмән, донъяға башҡасараҡ күҙлектән ҡарарға мәжбүр итте. Ысынлап та, теге йәки был шәхес, күренеш тураһында гәзиттә яҙыла икән, тимәк, унда иғтибарҙы йәлеп итерҙәй ниндәйҙер сифат йә иһә матур ғәҙәт бар тигән һүҙ.

Беҙ үҫкән осорҙа почтальон ҙур сумкаһын йөкмәп, аҙнаһына өс тапҡыр ауылдың бер осонан икенсеһенә ҡәҙәр йөрөп сығыр ине. Гәзит таратыу мәле етһә, атайым ҡапҡа тышына сығып баҫа ла түҙемһеҙлек менән көтә. Был ваҡытҡа инде ул фермалағы эшен теүәлләп, кәртә-ҡуралағы малын ҡарап өлгөргән була.

Ғәҙәттә, гәзит-журнал төшкө ике-өс тирәһендә таратыла. Атайым донъя яңылыҡтары менән танышып, аҙ-маҙ бил яҙып алыу форсатынан кинәнес кисерә. Был форсаттан әсәйемә лә өлөш сыға – уҡығандарын уға ла һөйләй. Үҫә төшкәс, беҙгә, ҡыҙҙарына ла, аңлатыр булды. Күп мәғлүмәтте атайымдан һорап белә торғайныҡ. “Их, атай, ни өсөн уҡытыусы ғына булманың инде? Һинән бына тигән журналист йә тарихсы сығыр ине”, тиһәк: “Беҙгә уҡыу эләкмәне шул, белемдең ҡәҙерен белегеҙ”, – тип яуаплар ине бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән ғәзиз кешебеҙ.
Гәзит-журналдарға яҙылыу осоро ла күңелдә матур хәтирә булып һаҡлана. Почтальон өй беренсә йөрөп, матбуғатҡа яҙҙыра. Атайым беҙгә ниндәй баҫмалар кәрәклеген алдан уҡ хәстәрләп ҡуя. “Башҡортостан”, “Башҡортостан пионеры” (“Йәншишмә”), “Осҡон” гәзиттәре, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Ағиҙел”, “Пионер” (“Аманат”), “Һәнәк” журналдары яратып уҡыған баҫмаларыбыҙ булды. Үҙе иһә “Сельская жизнь” гәзитенән бер ҡасан да айырылманы. Һуңғы йылдарҙа “Йәшлек” гәзите яратып уҡыған баҫмала­рының береһенә әйләнде.

Тормоштоң йәмен, йәшәүҙең ҡәҙерен бе­лер­гә өйрәткән атайыбыҙҙың яҡты донъянан китеүенә лә быйыл дүрт йыл тула. Уның яратып уҡыған баҫмаларын хәҙер беҙ, балалары, алдырабыҙ. Гәзит биттәрен­дәге ҡыҙыҡлы яҙмаларҙы, фәһемле мәҡәлә­ләрҙе уҡыйым да атайымды хәтергә алам, эстән генә уның менән һөйләшәм, ҡолағымда уның аҡыллы кәңәштәре яңғырап киткәндәй була...


Вернуться назад