Гөлфиә Шәисламова – Асҡын ҡыҙы, әммә Балтас мәҙәниәтенә бар булмышы менән бирелгән, ижади мөхиттә янып йәшәгән шәхес. Бер ҡасан арыу-талыуҙы, төшөнкөлөккә бирелеүҙе белмәҫ, һәр ваҡыт хәрәкәттә, нурлы йөҙөнән йылмайыу китмәҫ.
Бер көн эсендә йөҙләгән проблеманы хәл итә Гөлфиәбеҙ. Һәр һәүәҫкәрҙең, коллектив етәксеһенең күңеленә юл таба, сәхнәгә баҫырға батырсылыҡ иткән таланттарҙы ҡәҙерләп, ижад серҙәренә өйрәтә. Үҙе концерттарҙы бынамын тигән итеп алып бара, режиссер, райондың мәҙәниәт һарайында эшләгән “Балҡыш” халыҡ театры, “Етегән шишмә” халыҡ эстрада-фольклор коллективы артисы. Бейей ҙә, йырлай ҙа, ролдәрҙе лә оҫта башҡара. Райондың мәҙәниәт һарайында, ауыл мәҙәниәт йорттары һәм клубтарында тупланған һәүәҫкәр коллективтарҙы һаҡлау, үҫтереү, уларҙың репертуары өҫтөндә берҙәм эшләп, һөнәри ярҙам күрһәтеп, район сәхнәһендә һәм республика конкурстарында балҡытыу – Гөлфиә Шәисламованың төп эше. Ул бына ошо тынғыһыҙ мөхиттә бәхетле йәшәй, гөрләп ижад итә. Мәҙәниәт һарайының эш графигында мәҙәни сараһыҙ көн бик һирәк. Ә уның художество етәксеһе һәр ваҡыт сәхнәлә, тамаша залында, ауыл клубтарында.
Ике тиҫтә йыл элек Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлап Балтасҡа эшкә ҡайтты ул. Белемен үҫтереүгә, ижадын байытыуға әүәҫ. Балтас мәҙәниәтенең нигеҙен тотҡан шәхестәр – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Рая Хәмәева, Наил Ғәлләмов, Раушания Хәсәнова, Камилә Халиҡова, Зөһрә Ғәлләмова, Алина Вәлиәхмәтова, Гөлфизә Саҙрыева, Асия Мостафина кеүек остаздарынан өйрәнеп тәжрибә тупланы, ситтән тороп юғары белем алды. Бөгөн талантлы хеҙмәттәштәре менән бергә дәртләнеп эшләй.
Өлгөр Гөлфиәбеҙ – ғаиләлә уңған ҡатын, инсафлы килен, һөйөклө әсәй. Тормош иптәше Илгиз менән яңы йорт һалып, өс ҡыҙ үҫтереп, гөрләтеп донъя көтәләр. Нурия, Наилә, Наҙгөл йырлап-бейеп үҫеп, сәхнәбеҙ биҙәгенә әүерелеп килә.
“Афарин, Асҡын ҡыҙы, Балтас килене!” тибеҙ Гөлфиәгә. Тырыш хеҙмәтең һәр ваҡыт емештәре менән ҡыуандырһын, яңы маҡсаттарға ынтылыш һәм көс бирһен!