Шундай ғаиләләр була – татыулыҡтарына, эшсәнлектәренә һоҡланып туймаҫлыҡ. Улар үҙҙәре “Бына беҙ!” тип әллә ҡайҙан ҡысҡырып та тормай, тыйнаҡ ҡына йәшәй, эшләй бирә.
Мәүлиә менән Рөстәм Ғөбәевтәр тураһында тап бына ошондай һүҙҙәр әйтергә була. Уларҙың ҡулға-ҡул тотоноп, хәләл көстәре менән өй төҙөп, өс бала тәрбиәләп, гөрләтеп донъя көтөүенә ике тиҫтә йыл тулып килә.
Мәүлиә Тимерәй ҡыҙы – Балтас районының Түбәнге Ҡанһөйәр ауылы ҡыҙы, ә тормош иптәше Рөстәм Зифил улы — Яңауыл районының Байсар ауылынан. Тормош елдәре уларҙы Нефтекама ҡалаһында таныштыра.
— Нефтекамаға килеп, балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып урынлаштым, ятаҡтан урын бирҙеләр. Берҙәм, ҙур ғаилә кеүек йәшәнек, байрамдарҙы күңелле итеп үткәрә торғайныҡ. Бер мәл дуҫ ҡыҙҙар менән Яңы йыл бал-маскарадына йыйындыҡ. Байрамға шәмәхә төҫөндәге матур күлдәгемде кейҙем. Күрше ятаҡтан егеттәр килгәйне. Шулар араһынан оҙон буйлы сибәр егет мине бейергә саҡырҙы. Танышып, дуҫлашып киттек, ә һуңынан инде арабыҙҙа мөхәббәт хисе ҡабынды, – был һүҙҙәрҙе һөйләгәндә Мәүлиә Тимерәй ҡыҙының йөҙөндә нур балҡый.
Ата-әсәһенең танышыу тарихын инде бер нисә тапҡыр ишетһә лә, балалары ла йотлоғоп тыңлай. Эйе, йөрәктең иң түрендә һаҡланған беренсе күрешеү, танышыу минуттары нисә һөйләһәң дә татлы шул... Йәштәр, оҙаҡҡа һуҙмай, өйләнешә.
— Иптәшем бик тырыш, ҡулынан килмәгән эше юҡ, – ти Мәүлиә ханым, Рөстәм Зифил улының булдыҡлылығы менән ғорурланып. – Өйҙө нигеҙенән башлап үҙе һалды, һәр ҡаҙағына тиклем үҙ ҡулы менән ҡаҡты. Ул – ташсы ла, электрик та, иретеп йәбештереүсе лә.
Рөстәм Зифил улының һөнәре бик яуаплы, төплө белем, тәжрибә талап итә. Ул – “Нефтехимпром Поволжье” йәмғиәтендә свкажиналарҙы химик эшкәртеү буйынса оператор.
Мәүлиә Тимерәй ҡыҙы – ике тиҫтә йыл инде “Бәпембә” балалар баҡсаһында тәрбиәсе, тормошон бәләкәстәрһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Тырыш хеҙмәте маҡтау грамоталары менән билдәләнгән.
Ғөбәевтәр балаларын хеҙмәт, ғәҙеллек, намыҫ кеүек сифаттар аша тәрбиәләй.
— Эштең рәтен белеп, хеҙмәткә хөрмәт менән ҡарап үҫһендәр, – ти ата-әсә бер тауыштан. – Замана ата-әсәһе балаларына эш ҡушыуҙан ҡурҡа. Был дөрөҫ түгел. Беҙ хужалыҡтамы, өйҙәме, нимәгә тотонһаҡ та, балалар менән бергә башҡарырға тырышабыҙ. Атаһы ағас эше менән булыша башлаһа, һигеҙ йәшлек Рәмил шунда уҡ ҡулына ҡаҙаҡ, сүкеш ала, ана, күптән түгел ултырғыс эшләп ҡуйған, – ти әсә кеше, кинйә улы менән ғорурланып.
Эйе, балалары һүҙ тейҙерерлек түгел. Улар – ата-әсәһенең дә, үҙҙәре уҡыған 4-се мәктәптең дә ғорурлығы. Өлкәндәре Руслан – башҡорт теле, физика, астрономия фәндәре буйынса мәктәптә һәм ҡалала үткән олимпиадалар еңеүсеһе. Әлеге көндә ул – Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты.
Уртансылары – мөләйем Лилиә V класта уҡый, ағаһынан бер ҙә ҡалышмай, “бишле” билдәләренә генә өлгәшә. Ул үткән уҡыу йылында башҡорт теле буйынса ҡала олимпиадаһында еңеү яулаған. Шулай уҡ башҡа фәндәрҙән дә уңыштары тос ҡына.
Кинйәләре Рәмил – II класс уҡыусыһы, бик теләп “Урал батыр” эпосын ятлай, ағаһы һәм апаһы кеүек яҡшы уҡырға, күпте белергә теләй.
Рухлы ғаилә тип беләләр Ғөбәевтәрҙе Нефтекамала. “Ғаилә – туған тел һаҡсыһы” республика конкурсының муниципаль этабында балаларын милли рухта тәрбиәләгән, туған телдә иркен аралашҡан 11 ғаилә ҡатнашты. Ғөбәевтәр “Иң татыу ғаилә” номинацияһында еңеү яуланы. Үҙ сығыштарында “Туҡмаҡ әйләндереү”, “Йөҙөк һалыу” кеүек фольклор уйыны өлгөләре менән таныштырып, йырлап-бейеп сығыш яһанылар. Конкурста ҡатнашыу өсөн, алыҫ араларҙы яҡын итеп, Балтас районынан Мәүлиә ханымдың әсәһе Мәмдүҙә Сәлим ҡыҙы ла килгәйне. Уның балаларҙы, милләттәштәребеҙҙе иманға өндәгән мөнәжәте үҙе бер матур тамаша булды.
– Конкурста ҡатнашыу кемдең идеяһы? – тип һорайым.
– Ғаиләмде мин “ҡоторттом”, – ти Мәүлиә Тимерәй ҡыҙы. – Барлыҡ уйҙарымды тормошҡа ашырырға әҙер торған ирем, балаларым тәҡдимемде шунда уҡ күтәреп алды.
Ғөбәевтәрҙең сығышы тамашасыларҙың да, баһалама ағзаларының да күңеленә хуш килде. “Башҡортостандың халыҡ артисы, Нефтекама дәүләт филармонияһының художество етәксеһе, билдәле ҡурайсы Айбулат Рәхмәтуллин ҡулынан бүләккә ҡурай алыу иң тулҡынландырғыс һәм ҡыуаныслы мәл булды”, – ти Рөстәм Зифил улы.
Бына шундай һоҡланғыс ғаилә йәшәй Нефтекама ҡалаһында. Уларға киләсәктә лә именлек, сәләмәтлек һәм уңыштар ғына юлдаш булһын.