Упҡын ситендә торғанда...12.02.2019
Сит илдәрҙең күбеһендә һәр өлкән кешенең шәхси психологы булыуын беләһегеҙме? Төшөнкөлөккә бирелгәндә, ҡулға эш бармағанда, тиҙ генә белгесте саҡыртып, кәңәштәрен тыңлаһаң, йөрәк түренә яҡынларға маташҡан ҡара болоттар үҙенән-үҙе юҡҡа сыға икән.

Әле илебеҙҙә мәктәп програм­маһына психология фәнен индереү-индермәү буйынса бәхәстәр ҡуйыр­ғандан-ҡуйыра. Ғалимдар билдә­ләүенсә, ул программаға айырым предмет булараҡ индерелергә йәки тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәненә ҡушып уҡытылырға тейеш. Нисек кенә булмаһын, уҡыусылар өсөн психология буйынса китаптар әҙерләнеп бөткән тиерлек.

Мәктәп уҡыусыларының спиртлы эсемлектәргә ылығыуы, наркотик матдәләр менән “шаярыуы”, урам балаһына әүерелә барыуы берәүгә лә сер түгел. Унан инде суицидҡа ла күп ҡалмай. Хәле ҡыл өҫтөндә ҡалған малайға йәки ҡыҙға кем ярҙам ҡулы һуҙыр? Был — ата-әсәнең мөҡәддәс бурысы, тиерһегеҙ. Бындай һыны­лышлы мәлдә өлкәндәр ҙә ғәзиз кешеһен аңламаһа... Һүҙ ҙә юҡ, был осраҡта балалар психологы күңеле теткеләнгәндәрҙең иң яҡын серҙәшенә әйләнәсәк.


Вернуться назад