Һәләтлеләр лайыҡлы баһа ала12.02.2019

Милли мәҙәниәтте һаҡлауға ҙур иғтибар бүләләр.

Һәр мәктәптең күптән нығынған һәм үҙенә генә хас традициялары бар. Бындай ғөрөф-ғәҙәт хәҙерге уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн ҡәҙерле, ә инде ҡасандыр бында ҡанат нығытҡандарға үтә танһыҡ. Әйткәндәй, Бәләбәй башҡорт гимназия-интернатында “Киләсәккә – аманат” тигән кисә үтте.

Ғәҙәттәгесә, тантаналар залына йыйылған ҡунаҡтар йөҙөндә байрам алды тулҡынланыуы тойомлана. Йыл һайын ҡышҡы каникулда бында уҡыу, хеҙмәт һәм ижад һөҙөмтәләренә йом­ғаҡ яһала. Сараға олоһо ла, кесеһе лә күп килде. Ысынлап та, Бәләбәй районы мәғариф идаралығы началь­нигының тәрбиәүи эштәр һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Лилиә Дутованы, “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” Башҡарма комитеты аппараты етәк­сеһе Рөстәм Баяновты, Бәләбәй ҡалаһының почетлы гражданы Риф Ғәзизовты, Рәсәйҙең мәғариф отличнигы Светлана Ғәзизованы, виртуоз ҡумыҙсы, Шәйехзада Бабич исемен­дәге республика йәштәр премияһы лауреаты, “Өлгө ал!” республика конкурсы еңеүсеһе Миңлеғәфүр Зәйнетдиновты, шағир, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы Рәмил Сурағоловты, Рәсәйҙең спорт мастеры, каратэ буйынса Европа чемпионы Искәндәр Басариевты, “Формула” йәмғиәтенең генераль директоры Рәсүл Гәрәевте, хәрби осоусы Вадим Латиповты, Нурфаяз Низаметдинов етәкселегендә “Аҡмулла” башҡорт үҙәге вәкилдәрен һәм башҡаларҙы күреү шатлыҡ ине.
– Уҡыусыларыбыҙҙың уҡыуҙа, спортта, йәмәғәт эштәрендә һәм ижади конкурстарҙа алдынғылыҡты бирмәүе һөйөнөслө, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған һәм йәмғиәттә танылыу алған кешеләрҙе күреү беҙҙең өсөн үтә мөһим, яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ, – тине тәбрикләү һүҙендә Бәләбәй башҡорт гимназия-интернаты директоры Дилбәр Фәтхетдинова.

Гимназия уҡыусылары остаздары етәкселегендә һәм ата-әсәләрҙең ярҙамы менән милли мәҙәниәтте һаҡлауға ҙур иғтибар бүлә. Йыл һайын улар төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша, ғаиләһе һәм шәжәрәләре менән таныштыра. Лилиә Дутова Башҡортос­тан Республикаһының 100 йыллығына арналған “Минең шәжәрәм” байрам-конкурсында еңеүселәрҙе ҡотланы һәм уларға маҡтау грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Рөстәм Баянов иһә уҡыу алдынғы­ларын һәм ижади конкурстарҙа алдынғыларҙы бүләкләне, туған телде, халҡыбыҙ тарихын һаҡларға саҡырҙы.
Сығыштарҙа балаларға теләктәр һәм педагогтарға, гимназия етәксе­легенә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Һәр кемдең уңышында – остаздарҙың хеҙмәте һәм тәжрибәһе, уҡыусының үҙенең тырышлығы һәм таланты ята. Ҡунаҡтар йырланы, бейене, шиғыр уҡыны, гимназия музейына һәм балаларға бүләктәр тапшырҙы.

Сәхнәлә Миңлеғәфүр Зәйнетди­новты балалар ҙа, ҡунаҡтар ҙа ал­ҡышлап ҡаршыланы. Ул ҡурайсылар ансамбленә ҡушылып баянда уйнаны, артабан ҡумыҙҙа “Сал Урал”ды баш­ҡарып, барыһын да таң ҡалдырҙы.

Йөҙҙән ашыу бала был көндә ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡ булды. Ә байрам аҙағында уларға Бәләбәй баш­ҡорт гимназия-интернаты директо­рының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Нәзирә Фәрхетдинова мөрәжәғәт итте:
– Һеҙ – гимназияның алтын фонды. Һеҙҙән яңы уңыштар көтәбеҙ! Бер кемдә лә ғилем алыу теләге һүнмәһен-һүрелмәһен, йөрәгегеҙҙә ижад сәме янһын, ә күңелегеҙҙе әхлаҡ һәм изгелек нуры йылытһын.


Вернуться назад