50 йыллыҡ бай тарихы булған Мөсәлиә Хәйруллина исемендәге Кәшкәләү урта мәктәбен Борай районында ғына түгел, ә унан ситтә лә яҡшы беләләр. Бында өлгәш тә, уҡыу сифаты ла юғары. Белем усағының арҙаҡлы ғалимә Мөсәлиә Хәйрулла ҡыҙының исемен йөрөтөүе – оло мәртәбә. Белем усағы тураһында Кәшкәләү урта мәктәбе директоры, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Илфир ШӘЙҘУЛЛИН һөйләй.
– Мөғжизәгә мотлаҡ ышанырға кәрәк, бар ул, бар, – тип башланы һүҙен Илфир Фәрит улы. – Яңы йыл алдынан мәктәптең зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылыуын балалар мөғжизәгә тиңләне. Йылы бүлмәләрҙә уҡыған балаларҙың кәйефе лә күтәренке. Был уҡыусы балалар өсөн ысын мәғәнәһендә Яңы йыл бүләге булды. Тиҙҙән Баҡалы, Кәшкәләү һәм Иҫке Ҡарағош ауылдары халҡын да ошондай уҡ ҙур ҡыуаныс көтә. Эш 2016 – 2020 йылдарға иҫәпләнгән махсус программаға ярашлы алып барылды. Буласаҡ мәктәп өсөн урын ҡаралғандан алып мәктәптең символик асҡысын ҡулға тапшырғанға хәтлем район етәкселеге уны үҙенең шәхси күҙәтеүенә алды. Әле лә хәтерҙә, сираттағы бер осрашыуҙа Борис Шәрәфғәле улы былай тигәйне: “Ҡыҙ һәм егеттәр уңайлыҡтары булған мәктәптәрҙә белем алһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһы ла тормошҡа ашырыла, ауылдарға икенсе һулыш биреү – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе”.
162 урынлыҡ ике ҡатлы белем усағында бөгөн 60 ҡыҙ һәм малай белем ала. Ни хәл итәһең, бөркөт бейеклекте яратҡан шикелле, ҡайһы берәүҙәр ҡалала белем эстәү яғында. Кәшкәләүҙән тыш, бында Баҡалы, Ишмәмәт, Дауытлар, Иҫке Ҡарағош һәм Яңы Ҡарағош ауылдарынан да балалар йөрөп уҡый. Әлбиттә, бөтә уңайлыҡтары булған автобусыбыҙ бар.
2008 йылда ғалимә Мөсәлиә Хәйруллинаның исеме бирелде мәктәбебеҙгә. Уҡыусылар бәләкәйҙән арҙаҡлы яҡташтарын белеп үҫһен тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Былтыр I класҡа килгән малай һәм ҡыҙҙарҙан, ә улар дүртәү, Мөсәлиә Хәйрулла ҡыҙының кем икәнлеген ҡасан ғына һорама, шартлатып яуап бирәсәктәр, иманым камил. Быйыл XI класты биш бала тамамлаясаҡ. Әйткәндәй, сығарылыш уҡыусыларының барыһы ла тиерлек юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә, иң мөһиме, яратҡан һөнәрҙе һайлайҙар.
Мәктәпте төрлө йылдарҙа (һуңғы осор күҙ уңында тотола) тамамлаған Рузил Ғәлиәхмәтов, Рәфис Мостафин һәм Самат Ғилфановтар хәрби училищела белемдәрен арттыра, киләсәктәрен әрме тормошо менән бәйләргә ҡарар иткәндәр икән, афариндан башҡа һүҙ юҡ.