Бәхет үҙ ҡулыңда12.02.2019
Манышты урта мәктәбе уҡытыусылары балаларҙың ялын файҙалы ойоштороуға күп көс түгә, айырыуса сәйәхәткә ваҡытты күп бүлә. Архангел районына сәфәр хәтерҙә уйылып ҡалды.

Аҙау ауылына аяҡ баҫҡас, беренсенән, кешеләрҙең ихласлығы күңелгә май булып ятты, икенсенән, тәбиғәттең иҫ киткес матурлығы йөрәкте әсир итте.

Унан инде Аҙау урта мәктәбенең тыуған яҡты өйрәнеү музейына юллан­дыҡ. Оҙаҡ йылдар балалар уҡытып, хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәт ветераны Фанияз Садиҡов ойошторған икән уны. Ауылдың тарихы, арҙаҡлы кешеләре тураһында белдек, экспонаттарҙы ҡат-ҡат ҡараныҡ. Аҙаҡтан сәйәхәт Фанияз Шакир улының йортонда дауам итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул эшен ҡалдырғас, музей яйлап юҡҡа сыҡҡан.

Мәҙәниәт усағы, мәктәп тормошо менән дә танышырға өлгөрҙөк. Ашханала сәй эсеп алғас, иҫтәлек булһын тигән маҡсаттан сығып, мәктәп баҡсаһына үҫентеләр ултырттыҡ. Артабан элекке директор, педагогия хеҙмәте ветераны Нуретдин Шәйбәковтың йортона йүнәлдек. Бәхеткә күрә, ул да, тормош иптәше – урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән Талия Килмәтова ла өйҙә ине. Өлкәндәр менән төрлө тема буйынса оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ.

Ауылдың иң хөрмәтле ғаиләләренең береһе – Шәйбәковтар тураһында ентекләберәк һөйләргә теләйем.
...Аҙау ауылы малайы Нуретдин йәшләй генә ата-әсәһенән ҡалған. Етем булһа ла, белем алырға тырышҡан. Тәүҙә Аҙауҙа уҡый, унан инде етем балалар өсөн ойошторолған республика 1-се башҡорт мәктәп-интернатында (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернаты) белем алған. Һуңынан уҡытыусы Фазила апаһы уны тәрбиәгә алғас, туғаны менән Белорет районына сығып киткән.

Нуретдин Шәйбәков Инйәр урта мәктәбен тамамлай. Был ваҡытта директор булып Ғүмәр Латипов эшләне. Мәктәпте тамамлаусылар, имтиханды уңышлы тапшырып, юғары уҡыу йорттарына еңел ингән икән, был тәңгәлдә етәксенең хеҙмәтен баһаламау мөмкин түгел. Шәйбәков иһә үҙе ике юғары белемгә эйә, тарих һәм педагогия факультеттарында белем ала. Ана шул студент сағында таныша ул буласаҡ йәмәғәте Талия һылыу менән. Үҙе сибәр, аҡыллы һәм тыныс холоҡло егеткә Борай районы ҡыҙы ла битараф ҡалмай. “Беҙ билдәле башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург Баязит Бикбай арҡаһында таныштыҡ”, – ти улар.

Ғөмүмән, яҙмыш Нуретдин ағайҙың үҙен һәр саҡ оло шәхестәр менән осраштырған. Мәҫәлән, Өфөлә уҡығанда Рәми Ғарипов менән бер партала ултырған, Ноғман Мусин менән уның тыуған яғы – Ишембай районының Ҡолғона ауылында ла булырға тура килгән.
Ирле-ҡатынлы йәш белгестәр Архангел районында эш башлай, Нуретдин Әхмәҙей улы ике йыл – Оҙондар мәктәбендә, аҙаҡтан байтаҡ ваҡыт Аҙау мәктәбендә директор булып эшләй.

Шәйбәковтың педагогик стажы – 38, ә Талия Фаяз ҡыҙыныҡы — 33 йыл. Бала күңелен һәм холҡон аңлау — һәләт, тиҙәр. Сабырлыҡ, талант, киләсәк быуын алдында яуаплылыҡ тойғоһон Хоҙай уларға йәлләмәй биргән. Яратҡан һөнәр һайлап, республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә намыҫлы хеҙмәт иткән уҡыусыларының барыһын да иҫләп, уларҙың шатлыҡ-ҡыуанысын ишетеп-һөйөнөп йәшәүҙәре генә лә был педагог-ветерандарҙың көслө рухлы, күркәм күңелле булыуҙары тураһында һөйләй түгелме!

Нуретдин ағай — ышаныслы тормош иптәше, өлгөлө атай. Һөйөклө Талияһы менән уй-кисерештәре, донъяға ҡараштары ла уртаҡ.
Уларҙың балалары, юғары белем алып, яратҡан һөнәр һайлап, матур йәшәй, әле лә эшләп йөрөй. Дилә – табип, Салауат менән Айһылыу – урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары. Әсәйҙәре баҡыйлыҡҡа күскәс, улы атаһы янына йәшәргә ҡайтты.

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, баҡсала төрлө йәшелсә үҫтереп, тырышып донъя көтә Нуретдин ағай.
Эйе, берҙәмлек, бер-береңә хөрмәт өҫтөнлөк иткән был ғаилә күптәргә өлгө булды һәм әле лә шулай. Үҙенең тыуған еренә ғүмер буйы тоғро ҡалған Нуретдин Әхмәҙей улына, үҙ халҡына намыҫлы хеҙмәт иткән, барлыҡ ауылдаштарын тәрән хөрмәт итеп ғүмер кисергән был ғаиләгә һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ теләп, рәхмәт әйтеп сыҡҡайныҡ, шуны әле лә ҡабатлайым.


Вернуться назад