Башкөллө эшкә сумғас, һағыныу тойғоһо ла онотола.Маңлайыңа ни яҙылған, шуны күрмәй сараң юҡ, тибеҙ. Ысынлап та, әҙәм балаһын яҙмыш елдәре ҡайһы тарафҡа ғына илтмәй. Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы Мансур Абдуллин исемендәге 1-се урта мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Фидалия КАПИТОНОВА ла, кешене ризыҡ йөрөтә, тип ошо һүҙҙәремде ҡеүәтләне.
– Һөйләшеүҙе ябай ғына һорауҙан башламаҡсымын. Ни өсөн табип та, бухгалтер ҙа түгел, ә уҡытыусы һөнәрен һайланығыҙ?
– Мәктәптә уҡығанда уҡ, ҙур үҫкәс уҡытыусы буласаҡмын, тигән уй күңелемдә бөрөләнде, ә инде өлкән кластарҙа үҙемде мөғәллимә һөнәренән башҡа күҙ алдына ла килтермәй торғайным. Сәбәптәре билдәле: үҙидара көнөн түҙемһеҙләнеп көтөп алғаным иҫтә. Хәтеремдә, тиҫтерҙәремде таҡта янына баҫтырып, дәрес һөйләтәм, уларҙы бүлдерә-бүлдерә үҙемдән нимәлер өҫтәйем. Әйтәләр бит, үҙең ҡабатлаған һайын, тема тиһеңме, бүтән әйберме, ул хәтергә тәрәнерәк уйыла. Хатта белмәгәнеңде белә, аңламағаныңды нығыраҡ аңлай башлайһың.
– Һеҙ – Советтар Союзы Геройы Мансур Абдуллин исемен йөрөткән мәктәп хеҙмәткәре. Бындай данлы белем усағында эшләү – ғорурлыҡ, һәлкәүлеккә юл ҡуйырға, тарҡау булырға ла ярамайҙыр?
– Ҡабатлағандан доға иҫкермәй тигәндәй, уның тураһында кәлимә һүҙ әйтеү урынлы, минеңсә. Арҙаҡлы шәхесебеҙ Мансур Һиҙиәт улы 1919 йылда Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында туған. Тәүҙә туған колхозында тир түккән, аҙаҡтан инде уны аң-белем таратыу маҡсатында яҙмыш елдәре Үзбәкстан тарафтарына илтә – бында мөғәллимлек менән шөғөлләнә. Шунан Ҡыҙыл Армия сафына алынған. Яҡташыбыҙ, Курск дуғаһында батырлыҡ күрһәтеп, юғары награда менән бүләкләнә.
Тыныс тормошта Мансур Абдуллин уҡытыусы һөнәренә тоғро ҡала, мәктәп директоры, РОНО мөдире кеүек яуаплы вазифалар башҡара. Ысынлап та, бындай мәктәпкә барғы килеп тора, артта һөйрәлеү тураһында башҡа ла инеп сыҡмай. Тыуған яҡтарыма ҡайтҡанда, кем менән генә һөйләшмәйем, мин эшләгән мәктәпкә Геройҙың исеме бирелгән, тип ҡабатлайым.
– Эйе, мәктәптең даны педагогтарға өҫтәмә бурыстар йөкмәтә. Ә бына егеттәрҙә һәм ҡыҙҙарҙа, моғайын, маһайыу сифаты ла юҡ түгелдер...
– Маһайыу тигәндән, һәр ваҡыт осрашыуҙарҙа ҡайһы мәктәптең уҡыусыһы икәнегеҙҙе онотмағыҙ, тибеҙ. Бынан тыш, илһөйәрлек тойғоһон күңелдәренә һалырға тырышабыҙ. Герой исеме үҙе ни тора! Бахыр булмағыҙ, батыр булығыҙ, тип өйрәтәбеҙ. “Ватанды һаҡлау – ир-аттың бурысы” кеүек темалар буйынса осрашыуҙарҙы йыш үткәрәбеҙ. Юғиһә ҡайһы бер үҫмер егеттәребеҙ армияға бармаҫ өсөн ниндәй генә юлға баҫмай, иң киң таралғаны – улар ауырыу, имеш, ҡулына ҡорал тоторға эшкинмәйҙәр. Быны хурлыҡҡа тиңләйем. Һүҙ ҙә юҡ, ил тыныслығы һағына баҫырға ашҡынып тороусылар бар, ундай арыҫлан йөрәклеләр менән осрашыуҙан күңел йыуаныс ала.
– Ҡамышлы күлдәр төйәгенән тымыҡ ҡына аҡҡан Дим йылғаһы яҡтарына барып эләгеү нисек булды?
– Элек бит вуз тамамлағас та йүнәлтмә нигеҙендә ҡайҙалыр эшкә барыу тигән тәртип көслө ине. Нуриман районының Ишморат ауылы – тыуған яғым. Башҡорт дәүләт университетынан һуң Миәкә районында эш башланым. Әйтерһең дә, был яҡтарҙа йыш булғанмын, тәбиғәт тә, кешеләре лә электән миңә таныш. Һис кенә лә сит ҡарашты тойманым, коллективҡа тиҙ ылығып киттем. Башкөллө эшкә күмелгәс, һағыныу тойғоһо артҡы планға күскәндер.
Әле беҙҙә 900 бала уҡый, һәр береһе нимәгәлер һәләтле, һәр кемдең үҙенең фекере бар. Бигерәк тә хәҙер үҙ позицияңда тороу отошло, ел ыңғайына иҫеү бер урында тапаныу менән бер. Ҡыҙ һәм егеттәр менән мәж киләбеҙ, конкурстарҙа үҙебеҙ ҡатнашыуҙан тыш, уҡыусыларҙы ла төрлө олимпиадаларға, бәйгеләргә йәлеп итәбеҙ. Төрлө кисәләрҙе, байрамдарҙы бергә матур итеп ойошторабыҙ.