Ләйсәндең киләсәге өсөн тырышалар12.02.2019

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә тормошта еңелдән түгел, уларға һәр көн оло һынау, ҡаршылыҡ ҡуя. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, маңлайына яҙылған яҙмышҡа зарланмай, көр күңелле рухта йәшәргә ынтылғандар, үҙенсәлекле бала тәрбиәләгәндәр бар.

Белорет районының Сермән ауылында йәшәгән Зөлфиә Сафиуллинаның өсөнсө балаһы Ләйсән ошондай балалар рәтендә. Һигеҙ йәшлек ҡыҙ тыуғандан алып балалар церебраль фалижына ҡаршы көрәшергә мәжбүр. Улар ике йәшенән алып ҡаланың балалар һәм үҫмерҙәр реабилитация үҙәгендә даими шөғөлләнә. Дауалау курсын үткәндә Ләйсән менән психолог, логопед шәхсән рәүештә эшләй.

— Бындай курсҡа йылына ике тапҡыр эләгергә тырышабыҙ. Үҙәк директоры Елена Владимировна Булавко, тәрбиәселәр, медицина хеҙмәткәрҙәре, педагогтар, ашнаҡсылар — барыһы ла беҙгә йылы ҡарашта, матур мөғәмәләлә. Инвалид балаларға хәлдәренән килгән ярҙамды күрһәтәләр, тәмле ашаталар. Реабилитация үҙәгенең эшенән шул тиклем ҡәнәғәтмен, — ти Зөлфиә Раян ҡыҙы.

Социаль педагог Марина Хлесткина Сафиуллиндар ғаиләһен иң әүҙемдәр рәтенә ҡуя. Һәр сарала ҡатнашырға тырышып тороуҙарын, Ләйсәндең киләсәге өсөн барыһын да эшләргә әҙер булыуҙарын билдәләй.


Вернуться назад