Һуңғы ваҡытта республикала һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең матди базаһын нығытыуға, медицина учреждениеларын яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыуға, препараттар менән тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бүленә.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 2064 фельдшер-акушерлыҡ пункты иҫәпләнә, шуның 72 проценты авария хәлендә.
“Ауыл ерендә был иң сетерекле проблема. Шуға күрә модулле ФАП-тар төҙөү мәсьәләһе өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Мәсьәләне хәл итеү өсөн беҙгә йыл һайын авария хәлендәгеләре урынына 20 модулле ФАП төҙөргә кәрәк буласаҡ”, — тип белдергәйне Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселеге.
Боҙ урынынан ҡуҙғалды. Республикала әле ул, әле был ултыраҡта яңы медицина учреждениелары ишектәрен аса башланы. Күптән түгел Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылында ла ФАП төҙөлгәйне, бөгөн ошондай уҡ ҡыуаныслы ваҡиғаны Мораҙым ауылы түҙемһеҙләнеп көтә.
— Мораҙымда 112 хужалыҡта 510 кеше йәшәй. Өс фермер хужалығы бар, йорт һалып, йәштәр ҙә ауылда төпләнергә тырыша. Былтыр дүрт ғаилә өй туйланы, биш бала тыуҙы. Ауылда туғыҙ йыллыҡ мәктәп, балалар баҡсаһы бар.
Пенсия йәшендәгеләр ҙә байтаҡ. Аңлашыла, медицина учреждениеһы бигерәк тә оло кешеләр өсөн мөһим. ФАП элекке колхоз идараһы бинаһында урынлашҡайны, утын яғып йылытылды. Иҫке булғас, ҡышын ныҡ һыуыҡ ине, сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн уңайлы шарттар ҙа булманы.
Бынан ике йыл элек республика Хөкүмәте вәкилдәре районыбыҙға килеп, граждандар менән осрашыу үткәргән саҡта ауыл халҡы яңы ФАП төҙөүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Һәм бына район хакимиәтенең, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың хәстәрлеге менән хыялыбыҙ тормошҡа ашты.
Подрядсы ойошма — Өфө ҡалаһының “МК Групп” йәмғиәте бригадаһы белгестәре үҙҙәрендә эшләп һәм әҙерләп килтереп, 60 квадрат метр майҙанлы модулле конструкцияны тиҙ арала ҡороп та ҡуйҙы. Бина электр энергияһы менән йылытыласаҡ, һыу, канализация үткәреүҙе үҙебеҙ хәстәрләнек. Учреждение кәрәкле медицина ҡорамалдары, препараттар, дарыуҙар менән тәьмин ителгәс, тулы көскә эшләй башлаясаҡ. Яҙ етеү менән уның тирә-яғын кәртәләтеп алыу һәм төҙөкләндереү эше лә көтә әле, — ти Байназар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Салауатов.
Заманса модулле ФАП-тың төҙөлөүенә иң ныҡ ҡыуанғаны ауыл фельдшеры Бикә Тулыбаевалыр, моғайын.
– Декабрь аҙаҡтарында ҙур йөк машинаһынан эшселәрҙең ҡорамалдар бушатып йөрөгәнен генә күреп ҡалғайныҡ, иртәгәһенә эшкә килеүемә әкиәттәге кеүек стеналар үҫеп сыҡҡан, ҡыйығы ла ябылғайны. Ауыл халҡын хайран ҡалдырҙы төҙөүселәр. Дүрт кеше генә эшләһә лә, эштәре ырамлы, тиҙ барҙы. Заманса уңайлыҡтары булған йылы бинала рәхәтләнеп эшләргә яҙһын. Күпме яҡһаң да йылынмаған бинанан бындай модулле ФАП-ҡа күсеү үҙе бәхет инде, — тине ул.
“Беҙҙә авария хәлендәге иҫке медицина учреждениелары байтаҡ. Дауахана, поликлиника биналарының яртыһына тиерлек капиталь ремонт талап ителә. Улар иҫәбендә — ауыл амбулаториялары, 600-ҙән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты. Ҡалаларҙа поликлиникалар ныҡ етешмәй, айырыуса яңы торлаҡ биҫтәләрендә. Республика Хөкүмәтенә медицина биналары төҙөү, ғәмәлдәгеләрен капиталь ремонтлау һәм төҙөкләндереү, уларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу программаһын әҙерләү бурысын ҡуям”.
Радий ХӘБИРОВ,
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.