Хаҡлы ялдағылар хаҡында хәстәрлек күреү фарыз12.02.2019

Кесегә мәрхәмәт ит, олоға итәғәт ит.

Бөгөн республикала 1 миллион 800 мең самаһы пенсионер иҫәпләнә. Уларҙың 200 меңенең хеҙмәт урыны бар. Әлеге мәлдә эшләп йөрөгән граждандар менән пенсионерҙар нисбәте яҡынса икегә берәү тура килә. Пенсия йәше үҙгәргәс, 2030 йылға был нисбәт өс хеҙмәткәргә бер пенсионер кимәленә яҡынлашасаҡ тип күҙаллана.

Ғүмер оҙайлығы артҡан һайын, оло йәштәге кешеләр һаны ла күбәйә, шуға күрә бөгөн пенсионерҙарҙың мөмкин тиклем әүҙемерәк тормош алып барыуы — хәленән килгәнсә эшләүе, белем кимәлен күтәреүе, лайыҡлы, сифатлы медицина ярҙамы һәм социаль хеҙмәттәр алыуы бик мөһим.

Ирекмәндәр ололарға ярҙам итә

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Өлкән быуын” федераль проекты тап ошо бу­рыс­тарҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән. Ул 2017 йылда башланды, йәмғеһе биш йылға иҫәпләнгән. Проект сиктә­рендә ҡарттар һәм инвалидтар өсөн интернат-йорттарҙағы сираттарҙы бөтөрөү, социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларын төҙөкләндереү күҙал­лана. Был башланғыста ҡатнашыу­сылар пенсионерҙарға һәр төрлө алдаҡсыларҙан һаҡланыу алымдары тураһында һөйләй, компьютерҙа эшләргә өйрәтә, шәхси ихаталарҙы төҙөкләндерә.

Илебеҙ Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәт­намәһендә Рәсәйҙә ғүмер оҙайлығы 80 йәшкә етергә тейеш тип билдәләне. Бөгөн был күрһәткестең 72,5 йыл булыуын иҫәпкә алһаҡ, киләсәктә гериатрия тармағының ил медицинаһының өҫтөнлөклө йүнәлешенә әйләнергә тейешлеге аңлашылалыр. Башҡортостан ошо хеҙмәтте үҫтереү буйынса тәжрибә төбәктәре исемлегенә инде. Республика дауаханаларында гериатрия бүлектәре, ә поликлиникаларҙа ошо йүнәлештәге кабинеттар барлыҡҡа килде. Дөйөмләштереп әйткәндә, был проект һаулыҡ һаҡлау һәм социаль яҡлау органдары тарафынан пациент­тарҙы бергә хеҙмәтләндереү нигеҙендә оҙайлы медицина ярҙамының берҙәм системаһын булдырыуға йүнәлтелгән.

“Өлкән быуын” проектына ярашлы ойошторолған акцияларҙың береһе “Ветеранға барам” тип атала. Ул рес­пуб­ликалағы ирекмәндәр хәрәкәте менән тығыҙ бәйле. Теләге булған һәр кем, ветерандың өйөнә килеп, хужалыҡ эштәрендә ярҙам итә ала. Мәҫәлән, Мәсетле районында ирекмәндәр тыл ветераны Елизавета Берсенева янына йөрөй. Йәштәр пенсионерға баҡса эштәрендә булыша, утынын яра, ихатаһын тәртипкә килтерә.

Бөйөк Еңеү көнө алдынан райондың үҙәк балалар модель китапханаһында Оло Ыҡтамаҡ лицейының VIII класс уҡыусылары өсөн “Һуғыш балалары” тип аталған тарихи дәрес үтте. Осрашыуға бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән ҡатын-ҡыҙҙар — Анна Белобородова менән Евгения Паначева килде.

Ҡариҙел районынан бер төркөм хеҙ­мәт ветерандары Өфөгә сәйәхәткә килеп ҡайтты. Улар республика Хәрби дан музейында булды, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Мулла” спектаклен ҡараны, спектакль башланғансы фо­йела оркестр уйнаған көйҙәр аҫтында рәхәтләнеп вальста өйөрөлдө, милли бейеүҙәргә ҡушылды. Юлда өлкән йәштәгеләрҙе медицина хеҙмәткәре оҙатып йөрөнө.

Эш – шатлыҡ ул

Эшләп йөрөгән пенсионерҙар ара­һында йәштәргә биргеһеҙ дәртле, әү­ҙем ололар байтаҡ. Салауат белем би­реү һәм һөнәри технологиялар кол­лед­жының физик тәрбиә етәксеһе Миң­легөл Янбаеваға 60 йәш. Тормошто ярат­ҡан дәртле ханым хаҡлы ялға сы­ғырға йыйынмай. Йәш күңелле булып ҡалыуының сере – йәштәр менән әүҙем эшләүҙә һәм аралашыуҙа. Бынан тыш, ул – Салауат ҡалаһы пенсио­нер­ҙа­рының йыйылма спорт командаһы капитаны.

— Мин оҙаҡ йылдар физкультура дә­ресен алып барам. Бер үк ваҡытта райондың социаль үҙәгендә сәләмәт­лек төркөмө туплап, пенсионерҙар менән шөғөлләнәм, оло йәштәгеләргә әүҙем йәшәү рәүеше өлгөһө күрһәтәм. Йыш ҡына ололар һәм йәштәргә күнек­мәләрҙе бергә уҙғарам. Күптәр ваҡыт етмәүгә зарлана. Иң мөһиме – ялҡау­ланмаҫҡа, тәүлектә 24 сәғәт, уны дөрөҫ ойошторорға ғына кәрәк. Мәҫәлән, телевизор ҡарауҙы бер сәғәт-сәғәт ярым физкультура йәки саф һауала йөрөү менән алмаштырырға мөмкин. Һау­лы­ғың хаҡында хәстәрлек күрһәң, “көмөш” йәштә лә күп эш атҡарырға була.

Яңғыҙаҡтар ғаиләлә тәрбиәләнә

Күптән түгел оло йәштәге яңғыҙаҡ ке­шеләргә ғаиләлә йәшәү мөмкинлеге бул­дырылды, йәғни 2016 йылдың декабрендә “Башҡортостан Республи­каһында оло йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы ғаиләгә тәрбиәгә алыу тураһында” 432-се закон ғәмәлгә инде.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында билдәләү­ҙә­ренсә, ололарҙы тәрбиәгә алған ғаилә­ләр ҡарттар йорто кеүек учрежде­ниеларға альтернатива булып тора. Законға ярашлы, ғаилә оло йәштәге кешене йәки инвалидты тәрбиәгә ала. Был осраҡта ҡарауға мохтаж граж­дандың стационар социаль хеҙмәт­ләндереү ойошмаһы ҡарамағында булыуы йәки үҙаллы йәшәүе мөһим түгел.

Оло йәштәге кеше йәки инвалид тарафынан ғаиләгә бирелгән аҡса йән башына уртаса килемдең 75 процентынан күберәк була алмай. Сығымдар өсөн ай һайын отчет бирелә. Был документҡа тәрбиәгә алыныусы ла ҡул ҡуя. Өлкән кешене йәки инвалидты ҡараусыға айына 6200 һум күләмдә аҡса түләнә. Әгәр тәрбиәгә алынған 80 йәштән уҙған кеше йәки I төркөм инвалиды булһа, түләү 30 процентҡа арттырыла. Һүҙ ыңғайында шуны ла әйтеп үтеү кәрәк: социаль йүнәлештәге стационар учреждениела бер оло кешене йәки инвалидты бағыу айына 16 мең һумға төшә. Бөгөн беҙҙә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы биш йорт-интернат эшләй, республика буйынса уларҙың 29 бүлексәһе иҫәпләнә.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 124 ғаилә тарафынан 84 кеше тәрбиәгә алынған. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова белдереүенсә, бындай ғаиләләр институтын үҫтереү оло йәш­тәгеләр һәм инвалидтар өсөн уңай­лыраҡ көнкүреш шарттары булды­рыуға, уларҙың тормош сифатын яҡшыртыуға, быуындар бәйләнешен нығытыуға, социаль яңғыҙлыҡ күре­нешен иҫкәртеүгә (бигерәк тә ауыл ерендә) булышлыҡ итәсәк.


Вернуться назад