Гөлназ Фәрит ҡыҙы Вәлиева малсылыҡҡа тотоноп киткәнсә оҙаҡ йылдар Яңауыл ҡалаһында китапханасы булып эшләй. Бөгөн күптәр ҡала ҡыҙының ауыл тормошон һайлап, яҙмышын ергә бәйләүенә һоҡланып ҡарай. Ошо ауыл егете Салауат Кәрим улы менән сәстәрен сәскә бәйләгәндән һуң, Гөлназ Иҫтәк ауылына килен булып төшә. Ҡыҙ ауыл китапханаһында эшләй, ире иһә фермерлыҡ менән шөғөлләнә.
— Ҡайным ғүмер буйы элекке Максим Горький исемендәге колхозда эшләне, һуңынан хаҡлы ялға сығып, фермер хужалығы ойоштороп ебәрҙе. Әлбиттә, ирем Салауат уның ярҙамсыһы, уң ҡулы булды, — ти Гөлназ Фәрит ҡыҙы. — Аҙаҡ ҡайным, эшен улына тапшырып, һәр башланғысында ярҙам итте, кәңәштәренән өҙмәне.
Үкенескә ҡаршы, Гөлназдың ире Салауат бынан ике йыл элек вафат була. Әлбиттә, йәш ҡатынға ауыр ҡайғыны күтәреү енелдән булмай, әммә ул һынмай, һығылмай. Ике балаһына өҫтәп, Салауаттың үлеменән һуң ике айҙан төпсөктәре тыуа. “Бындай ҡайғыны бер кемгә лә теләмәйем, бик һәйбәт кеше ине ирем, — ти Гөлназ Фәрит ҡыҙы. — Атай-әсәйем, ҡайным-ҡәйнәм, туғандарым, дуҫтарым ныҡ таяныс булды, әле лә ярҙамдан ҡалдырмайҙар”.
Гөлназ ҡайныһы, ире башлаған эште ташлап ҡуймай, уны артабан дауам итеү өсөн бар ҡайғы-хәсрәтен онотоп, башкөллө хужалыҡты етәкләп алып китә. Етмәһә, район хакимиәте лә ҡыйыу ҡатындың башланғысын хуплай.
Киң ҡарашлы эшҡыуар артабан малсылыҡты үҫтереүгә, ерҙе эшкәртеүгә ныҡлап тотона. Бөгөн фермерҙың хужалығы юғары сифатлы һөт һәм ит етештерә. 200 баш һыйыр малы аҫрала, шуның 70-е — һауын һыйыры. Көн һайын 400 литрҙан ашыу һөттө Яңауыл һөт заводына тапшырып, хужалыҡ ҡаҙнаһын тулыландыралар. Һимертеүгә алынған быҙауҙар айырым тотола. Тейешле дәрәжәгә еткереп һимертелгән итте баҙарға сығаралар йә Пермь крайы эшҡыуарҙарына тәҡдим итәләр. Әйткәндәй, бында етештерелгән продукцияның сифатына бер дәғүә лә булғаны юҡ икән: уны һәр ерҙә теләп алалар. Малдары өсөн бөтә төр аҙыҡты ла фермер үҙе әҙерләй: 400 гектарҙан ашыу ерендә фураж өсөн кәрәкле иген культураларын, хуш еҫле бесән өсөн үлән үҫтерә.
Төп эштәрҙе башҡарырға мал ҡараусы, һауынсы һәм механизатор итеп ауылдаштарын саҡырған. Йүнсел ҡатын үҙе лә иртә таңдан ҡара төнгәсә фермала, баҫыуҙа. Төрлө ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеү менән бергә бихисап көндәлек мәшәҡәттәрҙең иң мөһимдәрен һәм яуаплыларын тулыһынса үҙенә йөкмәгән. Бер туған ҡустыһы Илгиз — бөгөн Гөлназдың төп ярҙамсыһы, таянысы. Ире Салауаттың бер туған ағаһы фермер Зиннур ҙа ныҡлы терәге.
Гөлназ Фәрит ҡыҙы бөтә уңайлыҡтары булған заманса йортта ғүмер итә, бер ҡыҙ һәм ике ул үҫтерә.
Билдәле рус яҙыусыһы Михаил Лермонтов, быуат ярым элегерәк үҙенең романына исем итеп алып, “беҙҙең заман геройы” тигән һүҙбәйләнеште әүҙем ҡулланылышҡа индереп ебәрә. Башҡа һөнәр вәкилдәрен әллә ни үпкәләтмәй, өҫтәлебеҙҙе юғары сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙе үҙҙәренең көндәлек маҡсаты иткән ауыл эшсәндәрен, шул иҫәптән яңғыҙы өс бала тәрбиәләп, тормоштан йәм, хеҙмәттән тәм табып йәшәгән замандашыбыҙҙы тулы мәғәнәһендә “беҙҙең заман геройы” тип атарға мөмкин.