“Берҙәм Рәсәй”ҙең “Таҙа ил” партия проекты мониторингы асыҡлауынса, Рәсәйҙең күп кенә төбәктәрендә идарасы компаниялар сүп-сар сығарған өсөн хаҡты ике тапҡырға арттырып түләттерә икән. Был хаҡта Дәүләт Думаһының Экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Владимир Бурмаков хәбәр итте. Хоҡуҡ боҙоуға илдең 20 төбәгендә юл ҡуялар икән. Ә Башҡортостанда хәл нисек?
– Башҡортостанда бөгөн икеләтә түләттереү күренеше юҡ, – тине “Берҙәм Рәсәй”ҙең Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы фракцияһы етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов. – Ғинуарҙа идарасы компаниялар бер-ике тапҡыр алдашырға маташып ҡараны, ләкин хоҡуҡ һаҡлау органдары тиҙ үк сараһын күрҙе – быны тыйҙылар һәм компаниялар иҫкәртелде. Әгәр ҙә граждандарҙан ошо хаҡта мөрәжәғәттәр килә икән, беҙ – “Берҙәм Рәсәй”ҙең фракцияһы – хоҡуҡ һаҡлау органдарына шунда уҡ мөрәжәғәт итәсәкбеҙ.
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы ташыған өсөн икеләтә сумма күрһәтелгән квитанция ебәреүҙәре ихтимал булыуы хаҡында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров былтыр йыл аҙағында уҡ иҫкәрткәйне инде.
Партияның Генераль Советы секретарының беренсе урынбаҫары, Дәүләт Думаһы депутаты Ольга Баталинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, ошо проблема һаман булһа хәл ителмәгән төбәктәрҙә идарасы компаниялар квитанциянан сүп-сар сығарыу буйынса хеҙмәтләндереү тураһындағы юлды алып ташлай, ә сумманы ҡалдыра. “Тимәк, был хеҙмәтләндереү күрһәтелгән һәм шул уҡ сумма күрһәтелгән квитанцияны айырым ебәреү мөмкинлеге тыуа”, – ти Баталина.
Быйылғы 1 ғинуарҙан Рәсәйҙә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар буйынса күрһәтелгән хеҙмәттең яңы системаһы ғәмәлгә ашырыла башланы. Төбәк операторҙарының бурысы – ошондай ҡалдыҡтарҙы ташыу, эшкәртеү, зарарһыҙландырыу, күмеү. Уларҙың хеҙмәтенә түләү идарасы компанияның торлаҡ йортто хеҙмәтләндереүенән тыш башҡарыла, тариф та айырым билдәләнә.