...Республикабыҙҙың көнбайышындағы данлыҡлы башҡорт ауылдарының береһе Ҡаңны-Төркәй беҙҙе һиллек менән ҡаршы алды. Төҙөк, йыйнаҡ ауыл урамдарында кеше күренмәй, тик өй ҡыйыҡтарынан сыҡҡан ҡуйы төтөн генә бында тормош үҙ яйына һәүетемсә аҡҡанын, халыҡтың көндәлек эш менән мәшғүл икәнлеген иҫбатлап торғандай тойолдо.
Фиҙакәрлек – һөнәрҙе яратыуҙаӘммә тәүге тәьҫораттар урындағы мәктәп ишеген асҡас уҡ юйылды.
– Һаумыһығыҙ! – ишек төбөнән үк беҙҙе бөхтә кейенгән балалар саф башҡортса сәләмләп, эскә әйҙәне, мәктәп директоры Гөлзиә Фәнис ҡыҙы Әҙелгәрәева учреждение коллективы менән таныштырҙы.
Башҡорт әҙәбиәтенең сағыу вәкилдәренең портреттары эленгән ҙур кабинетта Фәриҙә Хәбибрахман ҡыҙы Сәғәҙиева менән танышабыҙ. Ул ошо ауылда тыуып үҫкән. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң, өс тиҫтә йылға яҡын балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә икән.
– Үҙемде башҡа һөнәр эйәһе итеп күҙ алдына ла килтерә алмайым – шул тиклем фәнемде яратам. Бигерәк тә әҙәбиәт күңелемә яҡын. Уҡыу программаһына индерелгән әҫәрҙәрҙән тыш, балаларҙы яҙыусыларҙың ижады, гәзит-журналда баҫылған мәғлүмәт менән дә даими таныштырып барырға тырышам. Бик тә оҡшаған хикәйә-повестар буйынса йылына бер нисә тапҡыр спектаклдәр ҙә ҡуябыҙ балалар әүҙем ҡатнаша.
Фәриҙә Хәбибрахман ҡыҙы – үҙе лә тынғыһыҙ, ижади булмышлы кеше, йыл һайын төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша. Был – уҡытыусының күңел талабы. “Милләттәштәрем менән аралашып, тәжрибә уртаҡлашып, рухланып ҡайтһам, донъям яҡтырып киткәндәй була”, – ти ул. Әйткәндәй, күптән түгел Фәриҙә ханым Әлшәй районында үткән “Сәсәндәрем, килегеҙ!” төбәк-ара конкурсында ҡатнашҡан. Үлемһеҙ “Урал батыр” эпосының 500 юлын яттан һөйләп, “Уҡытыусы-сәсән” номинацияһында еңеү яулаған.
– Бәйге тураһында осраҡлы ғына ишетеп ҡалдым. Ауылыбыҙ ағинәйҙәренең береһе, ифрат рухлы, дәрт-дарманлы апайыбыҙ Рәйсә Харис ҡыҙы Яҡупова, баҡһаң, ошо сарала ҡатнашырға йыйынып йөрөй икән. Икәүләп барҙыҡ. Ул “Саҡ менән Суҡ” бәйетен һөйләне. Шул тиклем көслө, әһәмиәтле конкурс булды! Дәртләнеп ҡайттым – киләһе йыл мотлаҡ тағы ла барам, – ти Фәриҙә Хәбибрахман ҡыҙы.
Ул арала кабинетҡа ХI класс уҡыусылары килеп инде. Быйыл Ҡаңны-Төркәй мәктәбен дүрт кенә бала тамамлай икән. Дөйөм уҡыусылар һаны һигеҙ тиҫтәгә яҡын, ошо ауылдыҡыларҙан тыш, күрше Таллыкүл ауылынан да йөрөп уҡыйҙар.
Йәштәрҙең хәле йәштәрсә: алдағы Берҙәм дәүләт имтихандары менән бергә киләсәккә ҡорған пландары тормошҡа ашыу-ашмауы борсой, әммә 17-18 йәштә барыбер бар донъя ҡолас йәйеп торған кеүек тойола бит ул! Балаларҙың ихласлығына һоҡланып, уңыштар теләп хушлаштыҡ: әлбиттә, барлыҡ хыялдары бойомға ашһын!
Булыр бала биләүҙәнҠаңны-Төркәй урта мәктәбенең тағы бер “йондоҙсоғо” менән аралашырға насип булды беҙгә. Илүзә Аҫылгәрәева IX класта уҡый, яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, мәктәптең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, йырлай ҙа, бейей ҙә, мәктәптең өлкән класс уҡыусылары советы рәйесе лә икән. Район, республика сараларында ла бихисап призлы урын яулаған.
Ул – күрше Таллыкүл ауылынан, Гөлүзә менән Азат Аҫылгәрәевтәрҙең татыу ғаиләһендәге төпсөк ҡыҙ бала. Ғаилә башлығы “Россельхознадзор” идаралығының урындағы филиалында инспектор булып эшләй, әсәһе урындағы мәктәптә башланғыс класс уҡыусыларына белем бирә. Илүзә өлкән ағаһы менән апаһын ҙур ғорурлыҡ менән телгә алды. Айнур, Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлағандан һуң, Себергә эшкә киткән, инженер һөнәре буйынса тәжрибә туплай. Юлиә лә ошо уҡ юғары уҡыу йортон тамамлап, Өфөлә хеҙмәт юлын башлаған.
– Ағайым менән апайым миҫалы – миңә өлгө, улар кәңәшселәрем, фекерҙәштәрем. Әммә күңелемә табип һөнәре яҡыныраҡ, шуға ла медицина юлын һайларға ниәтләйем.
Класта туғыҙ кеше уҡыйбыҙ. Төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнарға, ниндәйҙер яңылыҡ уйлап сығарырға, шуға башҡаларҙы ла йәлеп итергә яратам. Ойоштороу һәләте – атайымдан. Әсәйем иһә төплө кәңәштәре менән күңелемде үҫтереп, дәртләндереп тора, – ти Илүзә Аҫылгәрәева.
Уның ғаилә ҡиммәттәре хаҡында төплө итеп һөйләүе шуны иҫбатлай: Аҫылгәрәевтәр һәр шатлыҡты һәм ҡаршылыҡты бер төптән булып, уртаға һалып кисергән татыу, берҙәм ғаиләләрҙән. Юҡҡамы ни балалары уның усағынан йәшәүгә көс, эшләргә дәрт алып, үҙаллы тормош юлына ныҡлы аяҡ баҫҡан? Иманым камил, Илүзә лә һынатмаясаҡ.