
Етәкселек эшләмәгәнгә халыҡ яфа сигергә тейеш түгел.
“Сәләмәтлек сәғәте” форматында үткән кәңәшмәлә халыҡты борсоған иң киҫкен, көнүҙәк мәсьәләләр, урындарҙан килгән мөрәжәғәттәр һәм ялыуҙар буйынса фекер алышыуҙың ҡыҙыу үтеүенә күнегеп барабыҙ шикелле.
Видеоконференция режимында барған сираттағы кәңәшмәлә лә ялыуҙарҙың әлегә кәмемәүен, тәүге звено һәм тар белгестәрҙең етешмәүе һәм дарыуҙар ҡытлығына ҡағылған һорауҙарҙың байтаҡ булыуы асыҡланды. Әлеге лә баяғы Сибай ҡалаһындағы хәүефле экология мәсьәләһенә бәйле, пациенттарҙың тейешле медицина ярҙамын ваҡытында алыу мөмкинлегенән мәхрүм ҡалған осраҡтар халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Ике педиатрҙың ауырыуы һөҙөмтәһендә бала менән ҡабул итеүгә ваҡытында инә алмаған әсәләрҙең дә хәлен аңларға була.
– Сибайҙа ғәҙәти булмаған ваҡиға тыуҙымы әллә? – тигән һорау менән республика етәксеһе Радий Хәбиров кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итте. – Республика, киҫкен хәл менән бәйле, унда иң яҡшы белгестәрен ебәрҙе. Ни өсөн ауырыған табиптарҙы ваҡытында алмаштырмағандар? Ни өсөн кешеләр медицина етәкселегенең эшләмәүе арҡаһында яфа сигергә тейеш? Мин бындай мөнәсәбәт менән ҡәнәғәт түгелмен, был хәлде насар баһалайым.
Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин ашығыс медицина ярҙамы эшмәкәрлеге һәм берҙәм диспетчер хеҙмәтен ойоштороу хаҡында һөйләне. Был өлкәлә төп проблема – белгестәргә ҡытлыҡтан тыш, ашығыс ярҙам машиналарының ныҡ туҙыуы (67 процентҡа тиклем). Былтыр республикаға 225 яңы автомобиль ҡайтарылған, 2019 йылға тағы ла 60 автомашинаға заявка бирелгән.
Максим Забелин иң ҙур ҡаҙаныштарҙың береһе тип нормативты юғары кимәлдә үтәүҙе – ауырыуҙарға ашығыс ярҙамдың 20 минуттан да һуңламай килеп етеүен билдәләне. Республиканың төньяҡ-көнбайышында һәм төньяҡ-көнсығышындағы күрше муниципалитеттарҙың ашығыс ярҙам хеҙмәтен үҙәкләштереүе буйынса тәүге ыңғай һөҙөмтәләр барлығы хаҡында ла әйтелде.
– Буш бригадалар булһа, улар ашығыс саҡырыу буйынса күрше тораҡтарға сыға. Шулай итеп, пациенттарҙың көтөү ваҡытын ҡыҫҡартабыҙ, – тип аңлатты М. Забелин. – Киләсәктә ашығыс ярҙам бригадаларын диспетчерлаштырыу мобиль ҡорамалдар аша контролдә тотоласаҡ.
Радий Хәбиров ашығыс ярҙам хеҙмәтендә эшләгән табиптар һәм фельдшерҙар менән осрашып, уларҙы ла тыңларға һәм аҙаҡ бергәләп халыҡ өсөн медицина хеҙмәттәре сифатын яҡшыртыу өҫтөндә эшләргә тәҡдим итте.
– Ашығыс ярҙам табиптары, полиция һәм янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәре кеүек үк, бәләгә ҡалғандарға тәүгеләрҙән булып ярҙамға килә. Улар эште нисек ойоштороу кәрәклеген белә, ә беҙ һеҙҙең менән ошо сигналдарҙы ишетергә һәм ваҡытында һиҙгерлек күрһәтергә тейеш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе.
“Сәләмәтлек сәғәте”ндә хирургия корпусын төҙөү менән бергә Республика кардиология үҙәген үҙгәртеп ҡороу мәсьәләһе лә ҡаралды. Радий Фәрит улы төҙөлөштө федераль бюджеттан бергәләп финанслауға өлгәшеү өсөн профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар менән эште әүҙемләштерергә ҡушты.
– Әгәр ҙә беҙ дауахананы үҙ аҡсабыҙға төҙөйбөҙ икән, был эш “дүртле”гә буласаҡ, федераль сығанаҡтарҙы йәлеп итә алһаҡ, ул саҡта эш “бишле”гә үтәләсәк, – тип йомғаҡланы Радий Хәбиров.
“Сәләмәтлек сәғәте” аҙағында медицина ойошмаларын ангиографик ҡорамалдар менән йыһазландырыу срогы асыҡланды. Март айында Нефтекамала яңы ҡорамалды сафҡа индереү күҙаллана. Сиратта – Белорет, Октябрьский, Өфө, Күмертау, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары һәм Дыуан районы. График 2024 йылға тиклем төҙөлгән.