Хәҙер транспорт сараларының ниндәйе генә юҡ. Теләгәндәр бар уңайлыҡтарға эйә “текә” автомобилдә елә, ҡайһы берәүҙәр хатта эшкә вертолетта ғына йөрөй.Ә шулай ҙа күпселек үҙенең төп транспортын онотмай. Мәҫәлән, Благовещен ҡалаһында йәшәгән берәү “Бәйләнештә” селтәрендә ошондай иғлан ҡуйған: “Иртәгә иртәнге сәғәт алтыла Өфөгә барам. Теләгәндәр яҙығыҙ. Тәбиғи кондиционер. Ҡиммәт түгел, алдан 100 һум түләргә кәрәк”.
Пассажирҙар табылғанмы-юҡмы, уныһы билдәһеҙ, әммә был иғлан бик күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты.