Йәш ғалимдарға мөһим фәнни проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн берәр миллион һумлыҡ матди ярҙам бирелде. Матур сара Рәсәй фәне көнөндә Өфөлә ойошторолдо. Башҡортостан Республикаһының гранттарын конкурста еңеп сыҡҡан йәштәргә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы.
Конкурста ҡатнашыр өсөн барлығы 172 ғариза ебәрелгән, уларҙың 169-ы һайлап алынған. 100 хеҙмәт – фән кандидаттарынан һәм ҡалған 69-ы аспиранттарҙан килгән. Еңеүсе булып иһә 29 проект танылды. Уларҙың күпселеге яғыулыҡ-энергетика, агросәнәғәт комплексы, авиайыһан, машиналар эшләү, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм башҡа тармаҡтарға ҡағыла.
– Комиссия ағзаларына иң яҡшы эштәрҙе һайлап алыу бик ауырға тура килде, сөнки хеҙмәттәрҙең күпселеге еңеүгә лайыҡ. Һеҙ – иң-иңдәре. Яңы асыштар, яңы технологиялар тәҡдим итәһегеҙ. Уларҙың барыһы ла көнүҙәк һәм мөһим, – тине Константин Толкачев. – Йәштәргә артабан да үҫеү, эшләү өсөн республикала барлыҡ шарттарҙы ла тыуҙырырға тырышасаҡбыҙ.
Республика парламенты спикеры белдереүенсә, яҡын арала беҙҙә “Фән” тигән ҙур милли проект тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Унда, дөйөм алғанда, дүрт миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк һәм уларҙың ҙур өлөшө йәш ғалимдарға ярҙам итеү өсөн тотоноласаҡ.
Тәҡдим ителгән эштәр араһында медицина тармағына ҡағылғандары байтаҡ. Уларҙың заман сире – яман шеште дауалауға арналғандары айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Был йүнәлештә эшләгән йәш ғалимдарҙың береһе Гөлнара Туғыҙбаева – Башҡортостан дәүләт медицина университеты аспиранты. Ул үҙе – теш табибы һәм рактың ауыҙ эсендәгеһен, теш ҡаҙналығындағыһын еңеү юлдарын эҙләй. Ә медицина фәндәре кандидаты, “Перитон Трит” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәре Шамил Ҡыҙырғәлин түллектәге яман шеште дауалау өҫтөндә эшләй.
“Сысҡандарҙа тәжрибә үткәрҙек. Беҙҙең дарыуҙар уларға бик яҡшы тәьҫир итә. Оҙаҡламай кешеләрҙә лә һынауҙар үткәреп, был сирҙе еңергә хыялланабыҙ”, – тине ул.
Биология фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһының Биохимия һәм генетика институты хеҙмәткәре Ульяна Кузьмина иғтибарын башҡорт балы, прополисы һәм балауыҙына йүнәлткән. Ул ошо матдәләрҙең химик составын һәм биологик әүҙемлеген өйрәнеү өсөн ғилми нигеҙ булдырыу өҫтөндә эшләй.
– Республикабыҙҙың бал ҡорттарын үрсетеү өсөн мөмкинлектәре иҫ киткес ҙур. Донъяла голланд балы иң ҡиммәтлеһе һанала. Ә бына сифаты һәм үҙенсәлектәре буйынса башҡорт балы унан һис тә кәм түгел, хатта яҡшыраҡтыр ҙа әле. Шуға күрә үҙемдең хеҙмәтем менән Башҡортостан балының составын тағы ла ентекләберәк өйрәнергә, уны ла донъя кимәленә күтәрергә теләйем, – тине Ульяна Кузьмина.