Автомобилдәрегеҙҙе юл буйында ташламағыҙ!11.02.2019
Автомобилдәрегеҙҙе юл буйында ташламағыҙ!Ҡала хакимиәтендә водителдәрҙе коммуналь хеҙмәттәр эшенә аңлыраҡ ҡарарға саҡыралар. Автомобилдәрҙе юл буйында ҡалдырып китмәгеҙ! Ҡағиҙәләр боҙолған осраҡта штраф һәм машинаны эвакуациялау янай.

Өфө урамдарында буран эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре әле һаман дауам итә. Коммуналь хеҙмәттәр ҡарҙы таҙартыу һәм сығарыу буйынса көсәйтелгән режимда эшләй. Юлдарҙа һәм магистралдәрҙә 303 берәмек коммуналь махсус техника һәм 171 юл хеҙмәткәре эшләй. Ихата биләмәләрендә 106 техника һәм 547 урам һепереүсе йәлеп ителде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғинуар аҙағында ныҡлап ҡар яуыу сәбәпле коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән эш режимына күсерелде. Көслө ел бер нисә урамды юлһыҙ ҡалдырғайны.




Вернуться назад