Онотолмай Афған яуы11.02.2019
Онотолмай Афған яуы16 февралдә көндөҙгө сәғәт 12-лә “Торатау” конгресс-холында “Тере хәтер” тип аталған байрам концерты үтәсәк. Унда 700-ҙән ашыу кеше ҡатнашасаҡ: республиканың ҡала һәм райондарынан Афғанстан ветерандары, вафат булғандарҙың ғаиләләре, патриотик ойошма вәкилдәре, кадеттар һәм башҡалар. Сара барышында тантаналы шарттарҙа миҙалдар тапшырыласаҡ.

Башҡортостандан афған һуғышында ун меңдән ашыу хәрби ҡатнашҡан. Уларҙың 2,5 меңе яраланған, 343-ө вафат булған һәм алтауһы хәбәрһеҙ юғалған. 2018 йылдың 1 октябренә ҡарата республикала 8423 афған һуғышы хәрбиҙәре йәшәй.

Концертта атаҡай Виктор Иванов, Башҡортостандың халыҡ артисы Геннадий Родионов, Илнур Хәйруллин, “Карауан” төркөмө һәм Марсель Ҡотоев, Ф.Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеү ансамбле һәм башҡалар ҡатнашасаҡ.


Вернуться назад